Эстәлеккә күсергә

Элджернон Блэквуд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элджернон Блэквуд
Algernon Blackwood
Исеме:

Algernon Henry Blackwood

Псевдонимдары:

Du Bois-Noir

Тыуған көнө:

14 март 1869({{padleft:1869|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Вафат булған көнө:

10 декабрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (82 йәш)

Гражданлығы:

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, хәбәрсе

Ижад йылдары:

1906—1949

Жанр:

мистика, хоррор, weird fiction, балалар әҙәбиәте

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

инглиз

Дебют:

«Буш йорт һәм башҡа хикәйәләр» (1906)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Элджернон Блэквуд (ингл. Algernon Henry Blackwood; 14 март 1869 йыл — 10 декабрь 1951 йыл) — инглиз яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе, иң төп мистик авторҙарҙың береһе, ХХ быуаттың 1-се яртыһының ҡурҡыныс әҙәбиәт һәм өрәктәр тураһындағы хикәйәләр классигы. 13 роман, 200-ҙән ашыу хикәйә һәм повестар авторы. Шулай уҡ уның ҡәләме аҫтынан үҙенең тормошоноң тәүге 30 йылы хаҡындағы иҫтәлектәр китабы, 2 пьеса, бер нисә тиҫтә мәҡәлә һәм эссе сыҡҡан. Британ империяһы ордены (СВЕ) кавалеры. «Талдар» хикәйәһе (ингл. «The Willows») донъя кимәлендәге билдәлелек килтерә. Говард Ф. Лавкрафт уның алдынғылығын таныған.

Элджернон Генри Блэквуд 1869 йылдың 14 мартында Кент графлығында Шутерз-Хилда (әлеге мәлдә Көнсығыш Лондондың өлөшө) тыуған һәм кальвинистар — тол ҡалған Манчестер герцогиняһы һәм Британия почта министрлығының хеҙмәткәре (һәм һуңыраҡ сәркәтибе)сэр Стивенсон Артур Блэквуд ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Ғәҙәттән тыш мөғжизәле күренештәргә ҡыҙыҡһыныуҙы унда дауалау гипнозын белгән шәхси мәктәп уҡытыусыһы уята, шунан егет тормошон психиатрия менән бәйләргә уйлай. 16 йәшендә Блэквуд Германияға эләгә, унда студенттарҙың береһе индуизм һәм йога нигеҙҙәре менән таныштыра, был Блэквудтың теософия менән ҡыҙыҡһыныуына нигеҙ һала. Кембридждың Веллингтон колледжында юғары белем алғас, Блэквуд тәүҙә Швейцарияға, һуңынан Канадаға юллана, унда, үҙенең медицинаға бәйле ынтылыштарын онотоп, 1890 йылда һөт фермаһы аса. Ике йылдан һуң, был башланғысынан күңеле ҡайтып, ата-әсәһе менән ыҙғышып, ул йәйгә Канада урмандарына китеп юғала, шунан Нью-Йоркта пәйҙә була, гәзиткә хәбәрсе булып эшкә урынлаша. 1899 йылда ғына, күп ҡыйын хәлдәргә дусар булып (ул мутлыҡ ҡорбаны ла була, талауға ла тарый, ауырыуҙар арҡаһында үлемдән саҡ ҡала), Блэквуд Европаға ҡайта.

1900 йылда Блэквуд үҙе өсөн Алтын Таң Орденын (ингл. Hermetic Order of the Golden Dawn) аса, ғәҙәттән тыш мөғжизәле күренештәргә ҡыҙыҡһыныуы ҡабат уяна һәм ул ҡәләмгә тотона, әммә уның публицистикала ла, нәфис әҙәбиәттә лә тәүге баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре алдағы тиҫтә йылға — 1889—1899 йылдарға ҡарай. 1906 йылда Ивли Нэштың нәшриәте уның тәүге «Буш йорт һәм өрәктәр тураһында башҡа хикәйәләр» йыйынтығын баҫтырып сығара. Бынан һуң Блэквуд төп геройы «ғәжәйеп һәләттәргә эйә табип», психо-детектив Джон Сайленс булған әҫәрҙәр серияһын яҙа. Үҙен әҙәбиәткә бағышларға ҡарар итеп, яҙыусы Швейцарияға күсеп килә, бында ул «Кентавр» (ингл. «The Centaur», 1910) романын ижад итә, тәнҡитселәр уны иң көслө әҫәрҙәренең береһе тип атай. Ошо осорҙа Блэквуд Кавказға һәм Мысырға сәйәхәт ҡыла. Мысырҙа алған тәьҫораттар нигеҙендә «Ҡом» (ингл."The Sand"), «Мысырға төшөү» (ингл. «A Descent in Egypt») һәм «Тулҡын» (ингл. «The Wave») яҙыла. Блэквудтың «Феялар иле тотҡоно» (ингл. «A Prisoner of Fairyland») хикәйәһе нигеҙендә композитор Эдуарл Элгар танылған «The Starlight Express» мюзиклын ижад итә.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, Блэквуд британ разведкаһына хеҙмәткә инә, һуғыш тамамланғас, Кентҡа ҡайта, унда тағы ике хикәйәләр йыйынтығы яҙа («Tongues of Fire» һәм «Shocks»). Бынан тыш, балалар өсөн дә бер нисә әҫәр ижад итә («Sambo and Snatch», «The Fruit Stoners», «Dudley and Gilderoy»). Һуңынан Блэквудты үтә хөрмәт иткән Г. Ф. Лавкрафт «Талдар» әҫәрен уға уҡырға тура килгән иң яҡшы мистик хикәйә тип атай.

Блэквудтың йәмғиәттәге иң билдәле осоро 1934 йылға тура килә, был ваҡытта уны өрәктәр тураһында хикәйәләрен уҡырға Би-би-си радиоһына саҡыралар. Үҙенең триумфы йоғонтоһонда яҙыусы радиодраматургия менән шөғөлләнә башлай һәм телевидениела йыш ҡунаҡҡа әйләнә. 1949 йылда ул Телевизион йәмғиәттең махсус миҙалы һәм Британия империяһының ордены менән бүләкләнә.

  • Jimbo: A Fantasy (1909)
  • The Education of Uncle Paul (1909)
  • The Human Chord (1910)
  • Кентавр / The Centaur (1911)
  • A Prisoner in Fairyland (1913); продолжение The Education of Uncle Paul
  • The Extra Day (1915)
  • Julius LeVallon (1916)
  • The Wave (1916)
  • The Promise of Air (1918)
  • The Garden of Survival (1918)
  • The Bright Messenger (1921); продолжение Julius LeVallon
  • Sambo and Snitch (1927)
  • Dudley & Gilderoy: A Nonsense (1929)
  • The Fruit Stoners: Being the Adventures of Maria Among the Fruit Stoners (1934)

Хикәйәләр йыйынтыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • The Empty House (1906)
  • The Listener and Other Stories (1907)
  • John Silence (1908)
  • The Lost Valley and Other Stories (1910)
  • Pan’s Garden: A Volume of Nature Stories (1912)
  • Incredible Adventures (1914)
  • Ten Minute Stories (1914)
  • Day and Night Stories (1917)
  • Wolves of God and Other Fey Stories, with Wilfred Wilson (1921)
  • Tongues of Fire and Other Stories (1924)
  • Ancient Sorceries and Other Tales (1927?)
  • The Dance of Death and Other Tales (1928)
  • Short Stories of A. Blackwood (1930)
  • Strange Stories (1931)
  • The Willows and Other Queer Tales (1932)
  • Shocks (1936)
  • Tales of Algernon Blackwood (1939)
  • The Doll and One Other (1946)
  • Selected Tales of Algernon Blackwood (1948)
  • Tales of the Uncanny and Supernatural (1949)
  • In the Realm of Terror (1957)
  • Tales of Terror and the Unknown (1965)
  • Ancient Sorceries and Other Stories (1968)
  • Tales of the Mysterious and Macabre.(1962)

Иң билдәле хикәйәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «The Willows»
  • «The Wendigo»
  • «A Descent into Egypt»
  • «The Regeneration of Lord Ernie»
  • «The Damned»
  • «Ancient Sorceries»
  • «The Insanity of Jones»
  • «The Man Who Found Out»
  • «Smith: An Episode in a Lodging House»
  • «The Glamour of the Snow»
  • «The Man Whom the Trees Loved»

http://bibliograph.ru/Biblio/B/blackwood_a/blackwood_a.html 2008 йыл 27 ғинуар архивланған.