Эстәлеккә күсергә

Элина Гаранча

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элина Гаранча
латыш. Elīna Garanča
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Латвия
Тыуған көнө 16 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][4][…] (48 йәш)
Тыуған урыны Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР[2]
Әсәһе Анита Гаранча[d]
Хәләл ефете Karel Mark Chichon[d]
Туған тел Латыш теле
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Латвийская музыкальная академия имени Язепа Витола[d]
Кемдә уҡыған Вирджиния Зеани[d]
Йырсы тауышы лирическое меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Тауыш яҙҙырыу лейблы Дойче Граммофон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт elinagaranca.com
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 14 976
 Элина Гаранча Викимилектә
Элина Гаранча
латыш. Elīna Garanča
Төп мәғлүмәт
Тыуған

16 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][4][…] (48 йәш)

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

elinagaranca.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Эли́на Га́ранча (латыш. Elīna Garanča; 16 сентябрь 1976 йыл, Рига) — латыш йырсыһы (меццо-сопрано).

Музыканттар ғаиләһендә тыуа (Элинаның әсәһе танылған педагог Анита Гаранча). Латвия музыкаль академияһында, артабан Венала һәм АҠШ-та уҡый. Рига опера театры менән бергә Бухареста һәм Афинала гастролдә була, Майнинген һәм Франкфурт опера труппалары составында була. Вена дәүләт операһы менән контракт төҙөй.

1999 йылда Мирьям Хелин исемендәге халыҡ-ара йәш йырсылар конкурсы лауреаты була, был конкурс Хельсинкиҙа үтә. 2001 йылда BBC Cardiff Singer of the World абруйлы конкурсы финалында йырлай.

2005 йылда Deutsche Grammophon фирмаһы менән эксклюзив контрактҡа ҡул ҡуя.

Элина 2015 йылдың 29 октябрендә Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә «Хворостовский һәм дуҫтары» концертында[6] партнеры була[6].

Башҡарыу репертуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элина Гранча Доницеттиҙың «Анна Болей» (1998), Россиниҙың «Севиль цирюльнигы» (1998), Штраустың «Роза кавалеры» (2000), Масканьеның «Ауыл намыҫы» (2001), Хумпердиноктың «Гензель һәм Гретель» (2001), Моцарттың «Барыһы ла шулай эшләй» (2003) һәм «Титтың мәрхәмәте» (2003), Беллинаҙың «Норма» (2004), Россиниҙың «Золушка» (2004), Масненың «Вертер» (2005), Вивальдиҙың «Баязет» (2005), Моцарттың «Фигароның өйләнеүе» (2006), Бизеның «Кармен» (2007) һәм башҡа операларҙа йырлай.

2008 йылдың 12 ғинуары — Элинаның Метрополитен-операла дебюты, "Севиль цирюльнигы"нда Розинаны йырлай; Америка матбуғатында дебют юғары баһа ала.

Шулай уҡ Шуберт, Брамс, Берг, Лучано Берио йырҙарын башҡарыусы булараҡ та сығыш яһай.

Элина дирижер Карел Марк Чичон (инг.)баш. (1971) кейәүҙә. Уларҙың ике ҡыҙы — Кэтрин Луиза Чичон (22.09.2011) һәм Кристина Софи Чичон (10.01.2014)[7].

«Музыка сәнғәте» номинацияһында мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн Европа премияһы (2006). "Йыл йырсыһы"на ЭХО-классик премияһы (2007, 2009).