Эстәлеккә күсергә

Эльба буйында театр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эльба буйында театр
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гамбург-Митте[d]
Урын Штайнвердер[d]
Электрон почта events@stage-entertainment.de
Рәсми сайт stage-entertainment.de/u…
Карта
 Эльба буйында театр Викимилектә

«Эльба буйында театр» (нем. Das Theater an der Elbe) — Гамбургтағы театр, Германия. 2011—2014 йылдарҙа архитектор Арно Мэйджс проекты буйынса төҙөлә. Эльба йылғаһы ярында ҡала портында, «Гамбург порты театры» эргәһендә үк урынлашҡан. Был «Stage Entertainment Germany»[1] компанияһының «нулдән» башлап төҙөгән беренсе театры.

Театрҙы төҙөү 2011 йылдың октябрь айында башлана. 2012 йылдың май айында нигеҙгә «Тарзан», «Король лев» һәм «Действуй, сестра!» мюзиклдарының йондоҙо һалына[2].

Бинаның каркасы төҙөлөш башланғандан һуң ун һигеҙ ай үткәс, 2013 йылдың март айында эшләнеп бөтә[2]. Черепица 10000 тутыҡмай торған ҡорос киҫәгенән тора. Фасады ун ике метрға тиклем бейеклектәге ҙур быяла галереянан ғибәрәт[3], уның артында фойеның ике ҡаты урынлаша. Эстән гавань һәм ҡала үҙәге күренеше асыла[4]. Декабрҙә компания театрға «Эльба буйында театр»[5] исеме бирә .

Театр 2014 йылдың 10 ноябрендә яҡтылыҡ шоуы һәм фейерверк менән асыла[1]. Төҙөлөш хаҡы техник йыһазландырыу менән бергә 65 миллион евро[3] менән баһалана. Беренсе постановка «Чудо Берна» мюзиклының донъя премьераһы була, 23 ноябрҙә стационар прокаты башлана .

Театр постановкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Асыу датаһы Ябыу датаһы Постановка Жанр Иҫкәрмә
23.11.2014 прокатта «Чудо Берна» мюзикл Донъя премьераһы

Техник мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Залдың һыйҙырышлылығы: 1850 тамашасы (700 балконда һәм 1150 партерҙа.)[1];
  • Сәхнә майҙаны: 348 м²;