Эльберт Борис Яковлевич
Эльберт Борис Яковлевич (Бер Янкель Мееравич; 25 декабрь 1890 йыл — 19 декабрь 1963) — микробиология өлкәһендәге совет ғалимы. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1949). Ҡырғыҙ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1942).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Яковлевич Эльберт Дубно ҡалаһында (хәҙерге Украиналағы Ровно өлкәһе) тыуған. 1917 йылда Киев университетын тамамлай. 1919—1923 йылдарҙа Белорус санитар-бактеорологик ғилми-тикшеренеү институты директоры булып эшләй. 1925—1931 йылдарҙа — Белорус дәүләт университетының кафедраһы мөдире.
1931 йылдың 5 мартында ОГПУ тарафынан ҡулға алына. 1932 йылдың 29 ғинуарында БССР Енәйәт кодексының 69, 86 статьяларына ярашлы «БССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты системаһында контр-революцион ҡоротҡос ойошмаһы ағзаһы» булараҡ 3 йылға холоҡ төҙәтеү лагерҙарына хөкөм ителә[2]. РККА-ның Бактериологик институты директорының рынбаҫары Е. И. Демиховский хәтерләүенсә, Б. Я. Эльберт башта башҡа күренекеле микробиологтар менән Суздалгә ебәрелә, унда монастырь территорияһында ошо институттың бактериологик лабораторияһында эшләй — бактеорологик ҡорал эшләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта, Демиховский һүҙҙәре буйынса, ғалимдар конвойҙан азат ителгән булалар, ҡалала йәшәгән ғаиләләре янына сығырға мөмкинлектәре була[3].
1948—1962 йылдарҙа Минск медицина институтында эшләй.
Суд коллегияһы 1956 йылдың 27 июленә БССР Юғары Судының суд коллегияһы тарафынан аҡлана[2].
1962—1963 йылдарҙа ҡабаттан Белорус дәүләт университетында кафедра мөдире итеп тәғәйенләнә.
Склерома, туберкулез, бруцеллез, туляремияны тикшереү буйынса эштәре өсөн 1946 йылда СССР . дәүләт премияһына лайыҡ була. Туляремияға ҡаршы вакцинаның авторы (Иркутск ғалимы Н. А. Гайский менән берлектә).
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Капсульные бактерии, 1950;
- Микробиология склеромы. М., 1954;
- Теория и практика иммунопрофилактики туляремии, 1956
- Руководство по микробиологии и эпидемиологии, 1957;
- Микробы и вирусы. 1960;
- Практическое пособие по медицинской микробиологии 1962;
- Микробиология важнейших инфекционных болезней в 2-х томах, 1962, 1965;
- Основы вирусологии, 1965;
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эльберт Барыс Якаўлевіч // Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т. 18. Кн. 1: Дадатак: Шчытнікі — Яя / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн., 2004. — 472 с.: іл. ISBN 985-11-0295-4 (т. 18. Кн. 1), ISBN 985-11-0035-8.
- Улащик В. С. Борис Яковлевич Эльберт (1890—1963) — основоположник белорусской микробиологической науки // Здравоохранение. — Минск. 2014. — № 9 (сентябрь).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эльберт Борис Яковлевич 2017 йыл 24 март архивланған. на сайте Биологического факульта БГУ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 https://www.bsmu.by/page/55/3219/
- ↑ 2,0 2,1 Жертвы политического террора в СССР
- ↑ С. А. Рыженко, Е. В. Демиховская 2003. Кухня дьявола: вчера и сегодня. Изд-во «Промінь» (Украина) Цит. по: Звягинцев Вячеслав. За что ученых-микробиологов арестовали и свезли в монастырь. Кроме Эльберта в институте работали Башенин, Бернгоф, Биргер, Вольферц, Вышелесский, Гайский, Движков, Дунаев, Никаноров, Саватеев, Штуцер, по крайней мере значительная часть из которых была репрессирована.
- 6 ғинуарҙа тыуғандар
- 1891 йылда тыуғандар
- Волын губернаһында тыуғандар
- 19 декабрҙә вафат булғандар
- 1963 йылда вафат булғандар
- Минскиҙа вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Сталин премияһы лауреаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1890 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Киев университетын тамамлаусылар