Эстәлеккә күсергә

Эрик Һайден

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрик Хайден
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

ингл. Eric Arthur Heiden

Специализация

Универсал

Тыуған датаһы

14 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған ере

АҠШ, Висконсин штаты, Мэдисон ҡалаһы

[[commons:Category: Eric Heiden Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Э́рик А́ртур Ха́йден (ингл. Eric Arthur Heiden, 14 июнь 1958 йыл, Мэдисон, Висконсин, АҠШ) — Америка конькиҙа йүгереүсеһе.

Эрик Артур Хайден 1958 йылдың 14 июнендә АҠШ-тың Винконсин штаты Мэдисон ҡалаһында тыуған[1].

1976 йылғы Инсбруктағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында дебют сығышы була, бында ун ете йәшендә 1500 һәм 5000 метр дистанцияларында йүгереп 7-се һәм 9-сы урындар ала.

1980 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында 500, 1000, 1500, 5000 һәм 10 000 метр дистанцияларында биш тапҡыр олимпия чемпионы була. Барлыҡ биш дистанцияларҙы бер Олимпия уйындарында еңгән тарихта берҙән-бер конькиҙа йүгереүсе. Бөтә еңеүҙәре олимпия рекордтары менән яулана[2], ә 10 000 метр дистанцияға йүгереү шулай уҡ донъя рекорды булып китә. Классик күпбәйге буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы (1977—1979), спринт күпбәйгеһе буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1977—1980), 15 донъя рекордын урынлаштыра.

Конькиҙа йүгереүсе карьераһын 1980 йылғы донъя чемпионатынан һуң тамамлай, аҙаҡ профессиональ рәүештә велоспорт менән шөғөлләнә[2]. 1985 йылда профессионалдар араһында велоспорт буйынса АҠШ чемпионы була[3], «Джиро д’Италия» (1985) һәм «Тур де Франс» (1986) велотурҙарында ҡатнаша.

1980 йылда Эрик Хайден АҠШ-тың олимпия йыйылма командаһы ағзаһы була, әммә сәйәси бойкотлау арҡаһында Мәскәүҙәге Йәйге Олимпиадала ҡатнаша алмай[1].

Спорт карьераһы тамамланғандан һуң медицина белемен ала[1].

2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында АҠШ олимпия йыйылма командаһының спорт табибы һәм консультанты була[1].

1980 йылда АҠШ-та иң яҡшы үҙешмәкәр спортсы булараҡ Джеймс Салливан призын ала[4]. 1983 йылда АҠШ-тың Олимпия дан залына индерелә, ә 1990 йылда Висконсин штатының Спорт даны залына кертелә[1].

Атаһы — Джек велосипедист һәм фехтование буйынса донъя экс-чемпионы була. Әсәһе — Нэнси, теннис, йөҙөү, велоспорт менән шөғөлләнә[1]. Һеңлеһе Эрика Бет Хайден (1959 й. т.) шулай уҡ конькиҙа йүгереү һәм велоспорт менән шөғөлләнә, 1980 йылда Лейк-Плэсидалағы Олимпиадала 3000 метр дистанцияһында бронза миҙалын яулай, шулай уҡ конькиҙа йүгереү һәм велоспорт буйынса донъя чемпионы була[2].

Йыл Олимпия уйындары Донъя чемпионаты
классик күпбәйге
Донъя чемпионаты
спринт күпбәйгеһе
Донъя чемпионаты
юниорҙар араһында
19767-сe 1500 м
9-сы 5000 м
5-се
(1,16,6,13)
2
(6,1,1,1)
19771
(1,9,1,1)
1
(1,1,6,1)
1
(1,1,1,1)
19781
(1,1,1,5)
1
(1,1,1,1)
1
(1,1,1,1)
19791
(1,1,1,1)
1
(1,1,1,1)
19801 500 м
1 1000 м
1 1500 м
1 5000 м
1 10000 м
2
(1,6,1,6)
1
(1,1,1,1)

  • Классик күпбәйге өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 5000, 1500, 10000 метрҙар) урвндар күрһәтелгән.
  • Спринт күпбәйгеһе өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 1000, 500, 1000 метрҙар) урындар күрһәтелгән.
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионаты өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 3000, 1500, 5000 метрҙар) урвндар күрһәтелгән.

ДистанцияҺөҙөмтәДатаУрын
1500 м юниорҙар2.02,75Ғинуар 18, 1976Италия Мадонна-ди-Кампильо
5000 м юниорҙар7.30,23Февраль 20, 1977Германия Федератив Республикаһы Инцель
1500 м юниорҙар1.59,46Февраль 20, 1977Германия Федератив Республикаһы Инцель
Сумма юниорҙар168.716Февраль 19-20, 1977Германия Федератив Республикаһы Инцель
3000 м юниорҙар4.16,2Февраль 4, 1977Канада Монреаль
Күпбәйге
юниорҙар
166.584Февраль 4-5, 1977Канада Монреаль
5000 м юниорҙар7.23,54Февраль 5, 1978Канада Монреаль
3000 м4.07,01Март 2, 1978Германия Инцель
1000 м1.14,99Март 12, 1978Норвегия Савален
Күпбәйге162.973Февраль 11, 1979Норвегия Осло
1000 м1.14,99Февраль 17, 1979Германия Инцель
3000 м4.06,91Март 18, 1979Норвегия Савален
1000 м1.13,60Январь 13, 1980Швейцария Давос
Спринт
күпбәйгеһе
150.250Ғинуар 13, 1980Швейцария Давос
1500 м1.54,79Ғинуар 19, 1980Швейцария Давос
10000 м14.28,13Февраль 23, 1980Америка Ҡушма Штаттары Лейк-Плэсид
  1. 1 2 3 4 5 6 5 золотых медалей на одних зимних Олимпийских играх. Дата обращения: 30 март 2015. 2015 йыл 25 апрель архивланған.
  2. 1 2 3 Эрик Хайден - olympteka. Дата обращения: 30 март 2015.
  3. Eric Heiden. Sports-Reference.com. Дата обращения: 2 март 2014. 2008 йыл 29 декабрь архивланған.
  4. Eric Heiden wins Sullivan Award. Milwaukee Journal Sentinel (3 февраль 1981). Дата обращения: 2 март 2014. 2012 йыл 13 июль архивланған.