Эрот
(Эрос битенән йүнәлтелде)
Эрос (Ἔρως) | |
---|---|
![]() Мөхәббәт аллаһы | |
Мифология: | Грек |
Йәшәгән дәүере: | Мәңгелек |
Грекса яҙылышы: | Έρως |
Латинса яҙылышы: | Eros |
Башҡа телдәрҙә: | Амур, Купидон |
башҡа мәҙәниәттә: | Амур, Купидон |
Шөғөлө: | Мөхәббәт аллаһы |
Килеп сығышы: | Уран менән Афродитаның улы |
Атаһы: | Уран |
Әсәһе: | Афродита |
Ҡатыны: | Психея |
Балалары: | Волупия |
Бәйле төшөнсәләр: | Мөхәббәт |
Бәйле персонаждар: | Афродита |
Бәйле ваҡығалар: | Гигантомахия |
Атрибуттар: | Яныусы факел, ҡормандағы мөхәббәт уҡтары һәм йәйә. |
![]() |
Э́рот (Эро́т, Э́рос) (бор. грек. Ἔρως), Аму́р (лат. Amor), Купидо́н (лат. Cupido) — боронғо грек мифологияһында мөхәббәт аллаһы , Афродитаның айырылғыһыҙ юлдашы һәм ярҙамсыһы, Ерҙә тормошто дауам итеү нигеҙе булған яратыуҙың, ҡапма-ҡаршы енескә тартылыуҙың кәүҙәләнеше[1][2].
Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эростың сығышына ҡағылған күп варианттар бар:
- Гесиод буйынса: Хаос[3], Гея һәм Тартар менән бергә тәүге дүрт космогоник эске мөмкинлектең (потенцияның) береһе(А. Ф. Лосев раҫлауынса. [1] 2014 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.): «барлыҡ мәңгелек аллалар араһында иң илаһи — Эрот. Рәхәт ойоу хәленә килтереүсе, ул бөтә аллаларҙың һәм кешеләрҙең күкрәктәрендәге ерҙә тыуған йәндәрен яулап алып, бойһондора һәм барыһын да дөрөҫ фекерләүҙән мәхрүм итә» (урыҫса «между вечными всеми богами прекраснейший — Эрот. Сладкоистомный, у всех он богов и людей земнородную душу в груди покоряет и всех рассужденья лишает») («Теогония», 120—122)(В. В. Вересаев тәржемәһендә).
- Алкей буйынса: Зефир менән Ириданың улы[4].
- Сапфо буйынса: Афродита менән Урандың улы[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мифы народов мира (энциклопедия). — М., 1991-92. В 2 т. Т.2. — С.668-669,
- ↑ Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. — М., 2001. В 3 т. Т.1. — С.551-552; нет у Аполлодора и Диодора
- ↑ Боронғо грек мифологияһында донъя барлыҡҡа килгәнгә тиклемге стихия
- ↑ Алкей, фр.8 Диль = Плутарх. Об Эроте 20
- ↑ Схолии к Феокриту. Идиллии XIII 2 // Фрагменты ранних греческих философов. Ч.1. М., 1989. — С. 91
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эрот // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Изображения Викимилектә |
---|
- Эрот . Архивировано 28 ноябрь 2012 года., «Большая советская энциклопедия»
- Эрот . Архивировано 28 ноябрь 2012 года.