Эсемлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Эсемлек (эсеү тигән ҡылымдан) — эсеү өсөн яраҡлы шыйыҡлыҡ[1].

Эсәр һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сельтерс һыуы

Һыу — кеше эсә торған күп эсемлектәрҙең төп өлөшө, шул көйөнсә лә, газландырып йә минераллаштырып та (тәбиғи минераль сығанаҡтарҙан йә минералдар өҫтәү юлы менән) ҡулланыла.

Иҫерткес эсемлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫерткес (алкоголле) эсемлектәр — ул составында спиртлы, углеводлы сеймалдан алынған кәм тигәндә 1,5 процент этил спирты булған эсемлектәр. Борондан әсетеү юлы менән әҙерләнгән.

Коктейль
  • Шарап — йөҙөм һутын тулыһынса йә өшөләтә спиртлы әсетеү юлы менән алына торған иҫерткес эсемлек.
  • Һыра — ҡур һоҫлаһын һыра сүпрәһе ярҙамында һәм ғәҙәттә ҡомалаҡ та өҫтәп спиртлы әсетеү юлы менән алына торған аҙ алкоголле эсемлек.
  • Сидр — алма һутын (груша йә башҡа һут та булырға мөмкин) әсетке һалмайынса әсетеү юлы менән алына торған әҙ алкоголле эсемлек, ғәҙәттә шампанләштерелә.
  • Бал балы — һыу, бал һәм әсетке ҡушып, башҡа тәм биргестәр өҫтәп әсетелә торған иҫерткес эсемлек.

Көслө спиртлы эсемлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спиртлы эсемлектәр ҡыуыу кубы,[2] ректификатлау колоннаһы йә микроорганизмдар ҡулланмайынса көсөн арттыра торған башҡа ысулдар менән әҙерләнә.

  • Абсент — иҫерткес эсемлек, составында туйонға бай эфир майҙары булған әсе әрем һығындыһы уның мөһим өлөшө булып тора.
  • Бренди — иҫерткес эсемлек, виноград шарабын, шулай уҡ емештән йә еләктән ҡойолған балды дистилляциялауҙан алынған продукттар өсөн дөйөм термин.
    • Кальвадос — сидрҙы ҡыуҙырыу юлы менән алынған алма йә груша брендийы, Францияның Түбәнге Нормандия төбәгенән сыҡҡан.
  • Виски — хуш еҫле иҫерткес эсемлек, ашлыҡтың төрлө төрҙәренән ҡур яһау, ҡыуҙырыу, оҙаҡ ваҡытҡа имән мискәләргә ҡойоп ҡуйыу юлы менән алына.
  • Араҡы — үҙенә генә хас еҫле, төҫһөҙ һыу-спирт иретмәһе. Араҡының ныҡлығы төрлөсә булырға мөмкин: күләмдең 40,0-45,0; 50,0 йә 56,0 проценты.
  • Граппа — виноградтан эшләнгән итальян иҫерткес эсемлеге. Шарап яһағанда виноградты һыҡҡандан һуң ҡыуҙырыу юлы менән яһала.
  • Джин — бойҙай спиртын үҙенсәлекле тәм бирә торған артыш ҡушып ҡыуҙырыу юлы менән эшләнә.
  • Коньяк — виноградтың ҡайһы бер сорттарынан айырым технология буйынса етештерелә.
  • Ликёр — хуш еҫле, ҡағиҙә булараҡ, татлы спиртлы эсемлек, спиртланған емеш һәм еләк һуттарынан, тәмле үлән төнәтмәләренән тамырҙар, тәмләткестәр ҡушып яһала.
  • Ром — шәкәр ҡамышы производствоһының патока һәм шәкәр ҡамышы шәрбәте кеүек эйәрсен продукттарын әсетеп ҡыуҙырыу юлы менән әҙерләнә.
  • Көмөшкә — әсегән шәкәрле шәрбәтте, шәкәр ҡушып әсетелгән йә составында үҙ шәкәре булып әсегән ашлыҡ, картуф, сөгөлдөр, емеш һәм башҡа спиртлы массаны (әсегән балды) заводта сығарылған йә һәүәҫкәр эшләнелешле аппарат аша ҡыуҙырып әҙерләнгән иҫерткес эсемлек.
  • Текила — Мексикала үҫеүсе зәңгәр агава үҙәгенән дистилляциялау ысулы менән алына.

Газландырылған эсемлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Углекислый газ менән туйындырылған эсемлектәр газландырылған тип атала. Түбәндәге ысулдар менән яһала:

  • Әсетеү юлы менән:
    • шампань
    • әсе щи
  • Хәҙерге заман технологияһы менән:
    • кола
    • тоник
    • газландырылған лимонад

Алкоголһеҙ эсемлектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кеүәҫ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Он менән ҡурҙан йә арыш икмәгенән әсетеп яһала.

Компот

Яңы йә киптерелгән еләк-емештән ҡайнатып эшләнә.

Морс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еләкте һыуға болғатып йә ҡайнатып сығарып һәм һыуытып әҙерләнә.

Һуттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кокос һөтө менән кокос

Һуттар емештәрҙән, еләктәрҙән, йәшелсәләрҙән әҙерләнә. Рәсәйҙә ҡайын һуты, морс киң таралған.

Һөт эсемлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөт

Һөттән әҙерләнгән эсемлектәр (нигеҙҙә һыйыр һөтөнән):

  • кефир
  • айран
  • ацидофилин
  • шыйыҡ йогурт
  • ряженка

Эҫе эсемлектәр

Йәшел сәй.

Түбәндәге эсемлектәр ғәҙәттә йылы йә ҡайнар көйө эселә:

  • какао (эсемлек)
  • сәй
  • каркаде
  • ҡәһүә
  • мате
  • глинтвейн
  • сбитень
  • копорье (боланут) сәйе
  • ҡайнар төнәтмәләр

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Напиток // Гуманитарный словарь
  2. Спиртные напитки «Кругосвет» энциклопедияһында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]