Этнографик музей (Белград)
Этнографик музей | |
Нигеҙләү датаһы | 1901 |
---|---|
Дәүләт | Сербия |
Административ-территориаль берәмек | Белград |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Белград, Сербия |
Рәсми асылыу датаһы | 1901 |
Мираҫ статусы | охраняемый памятник культуры в Сербии[d] |
Адрес | Студентски трг 13 |
Рәсми сайт | etnografskimuzej.rs |
Этнографик музей Викимилектә |
Белград этнографик музейы (рус. Этнографический музей Белграда, сер. Етнографски музеј) — Балҡан ярымутрауындағы иң боронғо этнография музейҙарҙың береһе. Стари град биҫтәһенең Студенттар майҙанында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этнографик музей 1901 йылдың февралендә булдырылған, әммә уның тамырҙары бик боронғо. Этнографик әйберҙәр йыйыу XIX быуат уртаһында башлана. Сербияның Милли музейы сиктәрендә (серб-хорв. Сербсконародни музеум) 1844 йылда күпмелер һанда этнография предметтары һаҡланған.
Беренсе системаға һалынған йыйылма Мәскәүҙә 1867 йылда үткәрелгән Бөтә славян күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн ойошторолған. Йыйылған әйберҙәрҙең Мәскәүҙә ҡалыуына ҡарамаҫтан, был күргәҙмә Сербияла, Балканда этнографик предметтарҙы туплау һәм был биләмәләрҙе этнологик өйрәнеү өсөн бик мөһим роль уйнаған.
1872 йылда Серб ғалимдары йәмғиәте сиктәрендә этнография предметтары һаҡлау өсөн музей төҙөү тураһында аныҡ тәҡдимдәр туплана. Ошо уҡ йылда Стоян Новакович тарихи-этнография музейы проектын тәҡдим итә. 1901 йылдың февралендә Сербияның Милли музейынан этнографик коллекцияны айырым бинаға күсерәләр, һәм был дата этнографик музей барлыҡҡа килтерелгән көн тип һанала.
Этнография музейы коллекциялары тәүге ваҡытта 909 этнография предметынан, 32 китаптан, ҙур булмаған һанда фотографияларҙан һәм шулай уҡ Никола Арсеновичтың милли кейемдәр һыҙмалары йыйылған альбомдан тора. Тәүге етәксеһе итеп Сима Троянович тәғәйенләнә. Этнологик тикшеренеүҙәр һәм этнографик материалдар йыйыу 1902 йылда уҡ башлана.
Этнографик музейҙың беренсе даими экспозицияһы 1904 йылдың 20 сентябрендә асыла, һәм шунан алып музей һаҡлаусылар этнографик предметтарҙы өҙлөкһөҙ йыя, шулай уҡ музейҙың фондтарын даими арттыра.
Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары осоронда Этнография музейы һуғыш ғәрәсәттәрендә күп предметтарын юғалта.
Балҡанда йәшәгән халыҡтарҙың традицион тормош рәүешен һаҡлап ҡалыуы арҡаһында, Беренсе донъя һуғышынан һуң музей фондтарын тулыландырыу дауам итә, һәм 1926 йылда Этнография музейы вестнигының беренсе томы баҫылып сыға, әлеге ваҡытта ла ул даими сығарылып килә.
Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң этнографик өлкәләрҙе системалы рәүештә этнологик тикшереүҙәр башлана, бик күп айырым тикшеренеүҙәр үткәрелә, шулай уҡ предметтарҙы фәнгә нигеҙләнеп системалаштырыу, консервациялау эше башлана.
Музей бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стевчи Михайлович йортонан бирле бер нисә тапҡыр адрестары үҙгәргәндән һуң[1], Музей 1951 йылда 1933—1934 йылдарҙа архитектор Александр Джорджевич проекты буйынса төҙөлгән Студент майҙаны 13-сө һәм Узун-Мирков урамы 2-се йорт ултырған урамдар киҫелешендә урынлаша[2].
Академия паркы территорияһында махсус урында, юғары уҡыу йорттары биналарына яҡын ерҙә - (Бөйөк мәктәп йорто — хәҙерге ваҡытта Белград университеты ректораты[3], Яңы университет йорто — хәҙерге ваҡытта Филология факультеты), мәҙәниәт учреждениелары (Колорац исемендәге Халыҡ университеты йорто), ҡала административ биналары (Белград муниципалитеты йорто — хәҙерге ваҡытта Югослав кинотекаһы[4], ҡала полицияһы) янында төҙөлгән алты ҡатлы бина, төҙөлөш тамамланғас уҡ айырата мөһим архитектура әҫәр тип танылһа, хәҙерге ваҡытта иһә Сербияла модерн архитектура стиленең бер өлөшө тип баһалана[5].
Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғансы бинаны яртылаш урынлаштырыу маҡсаты булған; һуғыш тамамланғандан һуң бинаның бер өлөшө башҡа маҡсаттарҙа үҙгәртелә. Шулай итеп, үткән быуаттың илленсе йылдары башында бина подвалының бер өлөшө, беренсе ҡат, мезонин, икенсе һәм өсөнсө ҡаттар Этнографик музейға тапшырыла.
1951—1954 йылдар аралығында был бинаның өлөшө музей коллекцияларын һәм фондтарын урынлаштырыу һәм күргәҙмә эшсәнлеген ойоштороу өсөн яраҡлаштырыла. 1983—1984 йылдарҙа эшләнгән бындай адаптация барлыҡ алты ҡатта ла тулыһынса тиерлек музей сифатында файҙаланыу өсөн яйлаштырылған.
Бай этнографик мираҫ һаҡлана торған мәҙәниәт учреждениеһы урынлашҡан архитектура-ҡала төҙөлөшө һәм мәҙәни-тарихи әһәмиәткә эйә булған бина булараҡ, 1984 йылда Этнография музейы мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип танылған.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этнография музейында әлегә тиклем һигеҙ даими экспозиция һәм 300-гә яҡын ваҡытлыса күргәҙмә асылған. Даими экспозиция бинаның өс кимәле буйынса урынлашҡан. Этнографик музейҙа бөгөн айырым коллекцияларға бүленгән һирәк осрай торған күп этнографик предметтар һаҡлана (өй йыһаздары, биҙәнеү әйберҙәре, йола кәрәк-ярағы, милли костюмдар, халыҡ архитектураһы, халыҡ хужалығы, малсылыҡ, транспорт, культ әйберҙәре һ.б.); музей Балҡандағы иң бай китапханаларҙың береһенә эйә.
Музей үҙаллы рәүештә профилле баҫмалар сығара, материалдарҙы консервациялау хеҙмәтен башҡара, ҙур күргәҙмә майҙаны бар, XIX быуаттың этнологик, антропологик аспекттарын өйрәнергә мөмкинлек бирә торған масштаблы этнографик тикшеренеүҙәр ойоштора.
2013 йылдың 7 июнендә Этнографик музейҙа Сербия Республикаһының 27 элементты үҙ эсенә алған матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлеге тәҡдим ителгән[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Завод за заштитуспоменикакултуре града Београда, досијеспоменикакултуреЕтнографскимузеј; З. М., «Етнографскимузеј у Београду», ГМГБ 1, 1954, 316—321.
- ↑ Завод за заштитуспоменикакултуре града Београда, часописНаслеђе, Милан Просен, Градитељски опус архитекте Александра Ђорђевића (1890—1952) http://beogradskonasledje.rs/wp-content/uploads/2012/09/7/9_milan_prosen.pdf приступљено 30.01.2017.
- ↑ http://beogradskonasledje.rs/kd/zavod/stari_grad/kapetan_misino_zdanje.html приступљено 30.01.2017./
- ↑ http://beogradskonasledje.rs/kd/zavod/stari_grad/zgrada_kolarcevog_narodnog_univerziteta.html приступљено 30.01.2017.
- ↑ http://beogradskonasledje.rs/kd/zavod/stari_grad/zgrada_beogradske_opstine.html приступљено 30.01.2017.
- ↑ Милан Просен, Ар деко у Србији, рукописдокторскедисертацијеодбрањене на Одељењу за историјууметностиФилозофскогфакултетаУниверзитета у Београду 2014. године, 335—336.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Этнографический музей Белград (серб.)
- Београд: Отворен Центар за нематеријално културно насљеђе, 20.6.2012 (серб.))
- Печено прасе у Етнографском музеју («Вечерње новости», 13. октобар 2013)
- Институт по охране памятников культуры Республики Сербии — Белград 2021 йыл 6 февраль архивланған.
- Институт по охране памятников культуры Республики Сербии — Белград / База недвижимых объектов культурного наследия
- Перечень памятников