Эстәлеккә күсергә

Этнография музейы (Анкара)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анкара этнография музейы
төр. Ankara Etnografya Müzesi
Анкара этнография музейы
Анкара этнография музейы
Асылған ваҡыты 1927
Урынлашыуы Анкара, Төркиә Төркиә
Сайт etnografyamuzesi.gov.tr
Логотип Викисклада Анкара этнография музейы Викимилектә

Анкара этнография музейы (төр. Ankara Etnografya Müzesi) — Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала урынлашҡан музей.

Этнография музейы архитектор Ариф Хикмет Коюноглу проекты буйынса Намазга убаһындағы мосолман зыяраты территорияһында 1925 һәм 1928 йылдар араһында төҙөлә. 1925 йылдың 15 ноябрендәге Төркиә Министрҙар кабинеты декреты нигеҙендә музейҙы асыу маҡсатында Намазга убаһы Милли мәғариф министрлығына бүләк ителә. Сәлжүк империяһы осоронда был убала мәҙрәсә эшләгән. Ғосман империяһы дәүерендә бында мосолман зыяраты урынлашҡан, империя тарҡалып Төркиә республикаһы төҙөлгән осорҙа, ошо убала тантаналар уҙғарылған.

Музей бинаһы 1926 йылда төҙөлөп бөтә. Артабан мадъяр төркиәтсеһе профессор Дьюла Месарош докладына ярашлы бинаның структураһы этнография музейы итеп үҙгәртеп ҡорола.

1930 йылдың 18 июлендә этнография музейы рәсми рәүештә асыла. Музейҙа XII быуат осоронан алынған экспонаттар һаҡлана. Музейҙа Төркиәнең барлыҡ төбәктәренән йыйылған һәм ил тарихының төрлө дәүеренә ҡараған изделиелар коллекцияһы һаҡлана.

1927—1929 йылдарҙа музейҙы нигеҙләү өҫтөндә башҡорттарҙан сыҡҡан доктор Хәмит Зөбәйер Ҡушай эшләй, ул шулай уҡ 1927 йылдың 1 июнендә этнография музейының беренсе директоры итеп тәғәйенләнә[1]. Ул 1897 йылда Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусының Ҫарайлы-Мең ауылында тыуған. 1909 йылда әсәһе яғынан туғаны Ризаитдин Фәхретдинов булышлығы менән Истанбулға уҡырға ебәрелә. Хәмит Зөбәйер Ҡушай этнография музейы директоры вазифаһын 1931 йылдың 13 мартына тиклем башҡара.

1938 йылдың 10 ноябрендә президент Мостафа Кемал Ататөрк вафат булғандан һуң, уның кәүҙәһе Истанбулдан Анкараға күсерелә. Анкарала дәүләт ерләү процессияһы була, уның өсөн мәрмәр саркофаг эшләнә. Ун биш йыл дауамында ошо уҡ бинала ваҡытлыса Ататөрктең кәшәнәһе урынлаша, бында төрлө илдәрҙең рәсми делегациялары килеп торғандар. 1953 йылда саркофаг махсус төҙөлгән Аниткәбир төрбәһенә күсерелә. Музей алдында итальян скульпторы Пьетро Каноника тарафынан 1927 йылда эшләнгән һыбайлы Мостафа Кемал Ататөрктең ҡула һәйкәле урынлашҡан.

Коллекцияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә төрөк халыҡ сәнғәтенә — керамика һәм ағас изделияларына, тарихи хәрби ҡоралға, көнкүреш әйберҙәргә, туҡымаларға һәм балаҫтарға төп иғтибар бүленә. Иң боронғо экспонаттары араһында сәлжүк солтаны Кай Хөсрөф III-нең XIII быуатҡа ҡараған ағас тәхете бар.

2012 йылда музейға 1500 йыл элек арамей телендә яҙылған Яңы Инжил апокрифы (Варнава) ҡулъяҙмаһы тапшырыла, уның йәше һәм дөрөҫлөгө шикле.

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. VI. — С. 309—310. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.