Эшләпә тураһындағы закон
Эшләпә тураһындағы закон | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Төркиә |
Эшләпә тураһындағы закон Викимилектә |
Эшләпә тураһындағы закон (тур. Şapka Devrimi; рус. Закон о шляпах) — 1925 йылда Төркиә Республикаһында ҡабул ителгән указ, ул Ғосман империяһында традицион рәүештә йөрөтөлгән салма һәм фәсте европа баш кейемдәренә алмаштырыу тураһында булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1828 йылда солтан Мәхмүт II бөтә хәрбиҙәрҙе һәм чиновниктарҙы фәс кейергә мәжбүр итә. Бынан һуң фәстәр Ғосман империяһында тиҙ тарала[1][2].
Европа эшләпәләре «кафыр» атрибуты тип һаналған. XVI быуатта Ғосман империяһында шәйех үл-ислам Әбуссууд-әфәнде быны көфөрлөк тип фәтүә сығара. "Mızraklı Ilmihal" катехизисында европа эшләпәләре лә ғәйепләнә, уларҙы кейеү христиан тәреһе йөрөтөүгә тиңләштерелә[1][2].
Законды ҡабул итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925 йылда Төркиә республикаһында „эшләпә тураһында закон“ ҡабул ителә, уға ярашлы Төркиәнең бөтә ир-аты фәс һәм салманан европа эшләпәләре файҙаһына баш тартырға тейеш була. Тәртип боҙоусылар штраф йәки алты айға тиклем төрмәгә хөкөм ителә[1][2].
Ататөрк реформаларынан тап ошо закон йәмғиәттә иң ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Төркиәлә протест акциялары үтә, улар көс менән баҫтырыла. Риза ҡалаһында протестарҙы баҫтырыу өсөн хөкүмәткә хатта крейсер орудиелары менән ҡаланы утҡа тотоу тураһында бойороҡ бирергә тура килә. Бынан тыш, реформаға ҡаршы булған 57 кеше аҫып ҡуйыла[1][2]
Яңы закондың иң ҡаты дошмандарының береһе ислам активисы була Искилипли Атыф Ходжа (Иҫкелекле Ғатиф Хужа) „Көнбайыш һәм эшләпә имитацияһы“ (төр. Frenk Mukallitliği ve Şapka)» памфлетын яҙып, "эшләп тураһында закон"дан көлә. 1925 йылдың декабрендә Искилипли ҡулға алына, ике көндән Британияға эштә ғәйепле тип таныла һәм аҫыла[1][2].
«Эшләпә тураһында» ғы законды боҙоусыларға ҡарата ҡаты саралар арҡаһында эшләпәләргә ихтыяж арта, тап эшләпә менән сауҙа итеү арҡаһында «Vakko» сауҙа маркаһына нигеҙ һалыусы Виталий Хакко байып китә[1].
2004 йылда Еврокомиссияның Төркиәгә килгән ваҡытында уның ағзалары "эшләпә тураһында закон " ды ғәйепләй. Ул ваҡытта закон әле ғәмәлдә булған, әммә ҡулланылмаған. Эшләпә тураһында законды боҙған өсөн яза 2014 йылда ғына бөтөрөлә[1][2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Turkey’s Glorious Hat Revolution . Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано 15 июль 2017 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Hats: A political symbol of Turkish history . Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано 11 ноябрь 2016 года.