Эстәлеккә күсергә

Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Юлдыбаева Гульнар Вилдановна битенән йүнәлтелде)
Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1]
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 26 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (43 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө ғалим, фольклорсы
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d] (2006)

Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы (28 декабрь 1976 йыл — 26 ноябрь 2020 йыл) — ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2006).

Юлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙы 1976 йылдың 28 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуа. 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1997 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә лаборант, унан һуң кесе фәнни хеҙмәткәр (2003), 2007 йылдан фәнни хеҙмәткәр, 2008 йылдан — өлкән фәнни хеҙмәткәр, артабан әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәр (2019) була.

2006 йылдан «Фольклористика» темаһына филология фәндәре кандидаты. Башҡорт фольклорына бәйле 180 ашыу фәнни баҫмалар авторы. 2003—2019 йылдарҙа экспедицияларҙа ҡатнашып, 16 йыйынтыҡҡа төҙөшөүсе була. 2019 йылдан — «Рәсәй фольклор союзы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының ағзаһы.

Бөтә Рәсәй иң яҡшы фәнни китап конкурсында «Башҡорт фольклорының хәҙерге хәле» (2012), «„Саҡ-суҡ“ башҡорт бәйете. Текстары һәм эҙләнеүҙәр» китаптары менән «Гуманитар фәндәр» номинацияһында юғары уҡыу йорттары һәм фәнни — тикшереү учреждениелары фәнни хеҙмәткәрҙәре араһында лауреат була.

Ғалим 2020 йылдың 26 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]