Мәҡсүт Юнысов
Мәҡсүт Юнысов | |
Подданлығы | |
---|---|
Атаһы |
Юныс |
Балалары |
Рәхмәтулла, Әбәйтулла, Әбелфәйез |
Мәҡсүт Юнысов — Рәсәй империяһы дипломаты, мулла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән түңгәүер ырыуы башҡорттарынан. Мәҡсүт Юнысов Өфө өйәҙе Нуғай даруғаһы Урман-Түңгәүер улусы Ҡырҙас ауылына тәүге төпләнеүсе башҡорттарҙың нәҫел башлығы булған.
Сүмләк слободаһы янында Табын улусы башҡорттары араһында йәшәгән ваҡытта Ҡараҡалпаҡ урҙаһына ебәрелә. Бында ул ҡарағалпаҡ бейҙәре һәм дин әһелдәре менән һөйләшеүҙрҙән һуң, әсирлеккә алынған Рәсәй подданыйҙарын азат итеүгә өлгәшкән.
1723—1724 йылдарҙа Бохараға ебәрелә. Бында Рәсәй императоры Пётр I-нең Бохара ханлығындағы һәм Персиялағы илсеһе Флорио Беневениның һәм Сит ил эштәре коллегияһының дипломатик курьеры була. Ул М. Юнысов аша Санкт-Петербург менән бәйләнеш тотҡан.
1726 йылда Мәхмүт Юнысов Рәсәй илсеһе сифатында ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйергә ебәрелә. Унда Кесе жүз ҡаҙаҡтарҙың Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе тураһында һөйләшеүҙәр була. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Әбелхәйер Санкт-Петербургҡа илселек ебәрә.
Рәсәй империяһының тышҡы сәйәсәте архивында (АВПРИ) Мәҡсүт Юнысовтың үҙ ҡулдары менән яҙған документтары һаҡлана.
1729 йылдан һуң артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайсин А. М. Посол Российской империи: Тангаурский след в восточной дипломатии Петра I. 2-е изд., перераб. и доп. — Уфа: Башк. энцикл., 2019. — 248 с. ISBN 978-5-88185-433-1
- Гайсин А. М. Посол белого падишаха: Наследие Юнуса-ахуна и документы АВПРИ о дипломатических поездках Максюта-муллы. 2-е изд., перераб. и дополн. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2019. — 344 с.
- Гайсин А. М. Максют Юнусов и его потомки: генеалогические схемы тангауров деревни Кирдас. — Уфа: Гилем, 2012.
- Посланник Петра I на Востоке: Посольство Флорио Беневени в Персию и Бухару в 1718—1725 годах / Подгот. текста, вступ. ст. и коммент. В. Г. Воловникова; Отв. ред. В. Г. Халфин; Институт востоковедения АН СССР. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1986. — 160 с. — (Азия и Африка в источниках и материалах). — 20 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Игдавлетов И. С. Дипломатическая деятельность Максюта Юнусова и Мендияра Бекчурина в юго-восточной политике России в XVIII в // Теория и практика общественного развития. — 2014. — № 13. — ISSN 1815-4964.