Эстәлеккә күсергә

Йосопов Ринат Мөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Юсупов, Ринат Мухаметович битенән йүнәлтелде)
Ринат Мөхәмәт улы Йосопов
Тыуған көнө

12 ноябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Иҫәнғол ауылы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы

Вафат көнө

15 ғинуар 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡортостан Республикаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих, этнография, антропология, краниология

Эшләгән урыны

этнология һәм антропология бүлеге етәксеһе, ТТӘИ

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты (1982)

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Йосопов Ринат Мөхәмәт улы (12 ноябрь 1951 йыл — 15 ғинуар 2011 йыл) — ғалим-этнолог, антрополог, тарих фәндәре кандидаты. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2003).[1]

1951 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған.

1975 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлай.

1977—1979 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтының Ленинград бүлексәһе антропология кафедраһы аспиранты, махсус белеме — краниология.

1979 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1982 йылда «Краниология мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың антрологик составы» темаһы буйынса тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған (тармаҡ 03.00.14 — антропология)[2].

1993—2011 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Өфө ғилми үҙәге этнология һәм антропология бүлеге мөдире.

Ринат Йосопов ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур өлөш индерә. Уның аспиранттары үҙәк ғилми-тикшеренеү институттарында диссертациялар яҡлай, уларҙың күбеһе республиканың ғилми институттарында һәм юғары уҡыу йорттарында уңышлы хеҙмәт итә.[3]

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Уралдың боронғо һәм хәҙерге халҡы антропологияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы, шулай уҡ Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһы һәм күрше өлкә башҡорттары буйынса ҙур краниологик коллекцияға (1500-ҙән ашыу баш һөйәге) нигеҙ һалыусы. 14 антропологик, шул иҫәптән ике халыҡ-ара экспедиция ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы (1983, 1989). Йыйылған материал бронза осоронан алып бөгөнгө көнгә тиклем 1,5 мең берәмекте үҙ эсенә алған краниологик коллекцияның нигеҙен тәшкил итә. Уның төбәк антропологияһы буйынса тикшеренеүҙәре Финляндия, Швеция, Америка, Хорватия, Италияның ғилми баҫмаларында нәшер ителә[4].

  • Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы (Мәскәү) ағзаһы
  • Европа антропологтар ассоциацияһы (Брюссель) ағзаһы.

200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән «Зәңгәр блокнот» йыйынтығына (2016) ингән шиғырҙар авторы.[5]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: антропология, этнография, башҡорттарҙың этник тарихы.

2011 йылдан алып Өфөлә Йосопов уҡыуҙары үткәрелә. Тыуған ауылында ул уҡыған 1‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.[5]

Өфөнөң Софья Перовская урамындағы 48-се йортҡа ғалим-антрополог Ринат Йосопов иҫтәлегенә таҡтаташ асыла.[6][1]

YouTube сайтында Видео Башҡортостандың 100 исеме. Ринат Йосопов

Башҡорт энциклопедияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
урыҫ телендә

Төҙөү һәм фәнни мөхәррирләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Сравнительная антропология башкирского народа»,
  • «Антропология и популяционная генетика башкир» (1987),
  • «Материалы к антропологии Уральской расы» (1991).
  • Юсупов Р. М., Шитова С. Н., Султангареева Р. А. Башкирская юрта. Метод. пособие. Уфа, 2008. В соавт. с .
  • Юсупов Р. М. Историческая антропология Южного Урала и формирование расового типа башкир. Уфа, 1991. 35 с.
  1. 1,0 1,1 / Аҫаба /В Уфе открыли мемориальную доску известному башкирскому ученому Ринату Юсупову 2023 йыл 7 август архивланған.
  2. Юсупов, Ринат Мухаметович. Антропологический состав башкир по данным краниологии : диссертация … кандидата исторических наук : 03.00.14. — Уфа, 1982. — 195 с.
  3. / Ҡоролтай /Этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим ине…
  4. Институт истории языка и литературы УНЦ РАН. Дата обращения: 8 октябрь 2011. Архивировано 23 март 2012 года.
  5. 5,0 5,1 Башҡорт энциклопедияһы /Йосопов Ринат Мөхәмәт улы
  6. /Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы