Ямашев Хөсәйен Минһажетдин улы
Хөсәйен Минһажетдин улы Ямашев | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ҡазан ҡалаһы |
Вафат: | |
Вафат урыны: | |
Гражданлығы: | |
Дине: | |
Партия: |
РСДРП(б) |
Төп идеялары: |
социал-демократ |
Эшмәкәрлек төрө: |
революционер |
Хөсәйен Минһажетдин улы Ямашев Викимилектә |
Ямашев Хөсәйен Минһажетдин улы (6 ғинуар 1882 йыл — 13 март 1912 йыл) — революцион хәрәкәт эшмәкәре, публицист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен Минһажетдин улы Ямашев 1882 йылдың 6 ғинуарында Ҡазанда тыуған.
Татар телендә сәйәси йөкмәткеле листовкалар, брошюралар яҙыу һәм тәржемә итеп таратыуға ҙур өлөш индерә.
РСДРП-ның Урал һәм Өфө комитеттарының матди ярҙамы менән 1907 йылда Ырымбур ҡалаһында татарса беренсе легаль революцион гәзит нәшер итә. Уның баш мөхәррире — ҡатыны Хәдисә Ямашева була. Гәзитте сығарыу тыйылғас, 1907 йылдың май айында Ҡазанға ҡайта. Унда революцион һәм публицистик эшмәкәрлеген дауам итә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1971 йылда Татарстанда журналистар өсөн Хөсәйен Ямашев исемендәге премия булдырылған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был кеше тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.