Ева Яниковски
Ева Яниковски | |
Исеме: |
Ева Этелька Наметта Кучеш |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Венгрия, Сегед ҡалаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: | |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
Csip-Csup (1957) |
Наградалары: |
Венгрияның Кошут исемендәге дәүләт премияһы (2003) |
Ева Яниковски (мадьярса Janikovszky Éva; тыумыштан Ева Этелька Наметта Кучеш; 23 апрель 1926 йыл, Сегед — 14 июль 2003 йыл, Будапешт) — венгр яҙыусыһы. Донъя телдәренең утыҙҙан артығына тәржемә ителгән балалар өсөн яҙған китаптары менән киң билдәлелек яулаған әҙип[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ева Этелька Наметта Кучеш 1926 йылдың 23 апрелендә Венгрияның көньяғында урынлашҡан, ҙурлығы яғынан илдең өсөнсө булған Сегед ҡалаһында тыуған[2]. 1944 — 1948 йылдарҙа Сегед университетында философия һәм халыҡ ижадын (фольклор), артабан ике йыл Будапешттағы Лоранд Этвеш исемендәге университетта — философия, психология һәм политэкономия өйрәнә. 1950 йылда уҡыуын тамамлай һәм педагог дипломы ала.
1950 — 1953 йылдарҙа Мәғариф министрлығының уҡыу әсбаптары бүлегендә референт булып эшләй, аҙаҡ дүрт йыл буйына Ifjúsági Könyvkiadó йәштәр китап нәшриәтендәмөхәррир була. Һуңыраҡ Ференц Мор нәшриәтендә баш мөхәррир вазифаһын башҡара.
Csip-Csup тип исемләнгән беренсе китабын Ева Яниковски 1957 йылда баҫтырып сығара. Уның әҫәрҙәре тематик яҡтан башлыса балаларҙың һәм ололарҙың көндәлек кисерештәр һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар фонындағы мөнәсәбәттәренә бағышланған. Яҙыусының ҡайһы бер китаптары буйынса анимацион һәм телефизион фильмдар төшөрөлгән.
Яниковскиҙың күп китаптарына рәсем-һүрәттәрҙе график Ласло Ребер (1920—2001) яһаған.
Әҙип шулай уҡ фильмдар өсөн сценарийҙар яҙа, журналдарҙа эшләй, радио- һәм телетапшырыуҙарҙа даими ҡатнаша.
Ева Яниковски 2003 йылдың 14 июлендә вафат була. Будапешттың Фаркашрети зыяратында ерләнгән.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылда табип Бела Яниковскиға кейәүгә сыға, 1955 йылда уларҙың улдары Янош тыуа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ева Яниковски әҫәрҙәре тиҫтәнән артыҡ төрлө әҙәби премияларға лайыҡ булған. Улар араһында иң мәртәбәлеләре — балалар әҙәбиәте өлкәһендәге немец һәм Венгрияның Кошут исемендәге дәүләт премияһы[3].
Яҙыусы Будапешттың Эржебетварош районының Почётлы гражданы.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙип хөрмәтенә 2003 йылда Будапешттағы мәктәпкә уның исеме бирелә[4].
- 2004 йылда Ева Яниковски фонды ойошторола.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ What Are Hungarian Books for Children Like Today? 2009 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ Tradíciók - Hírességeink - Janikovszky Éva 2014 йыл 9 декабрь архивланған., tomorkenygimn.hu
- ↑ Список лауреатов премии за 2003 год 2017 йыл 8 июнь архивланған. (венг.)
- ↑ A Janikovszky Éva Általános Iskola és Gimnázium honlapja 2014 йыл 17 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт о Еве Яниковски (венг.)
- Felnőttek iskolája - Janikovszky Éva és a meseírás bei Magyar Narancs (венг.)