Эстәлеккә күсергә

Янина (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янина
грек. Ιωάννινα
Рәсем
Рәсми атамаһы Ιωάννινα
Дәүләт  Греция
Административ үҙәге Янина[d], Эпир[d], Янина[d], Янина[d] һәм Эпир и Западная Македония[d]
Административ-территориаль берәмек Янина[d] һәм Commune of Ioannina[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Янина[d]
Хөкүмәт башлығы Thomas Begas[d]
Халыҡ һаны 64 896 кеше (2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 490 метр[2]
Туғандаш ҡала Авиньон[d] һәм Корча
Сиктәш Арта[d]
Майҙан 403 км²
Почта индексы 45000–45999
Рәсми сайт ioannina.gr
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 879[3]
Урындағы телефон коды 26510
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Ioannina[d]
Карта
 Янина Викимилектә

Янина[4][5] Грецияның төньяҡ- көнбайышындағы ҡала. Диңгеҙ кимәленән 480 метр бейеклектә, Янина күле буйында, Салониктан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 209 км, һәм Афинанан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 311 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шул уҡ исемле общинаның (дим), шул уҡ исемле периферия берәмегенең, Эпир администрацияһының һәм Көнбайыш Македонияның административ үҙәге. 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса халҡы 65 574 кеше тәшкил итә. Майҙаны 17,355 квадрат километр.

Антик Эврияһы (Εύροια) халҡы өсөн Юстиниан I тарафынан төҙөлгән «яҡшы нығытылған полис»[6], ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны Янина менән бәйләй. Был фаразды раҫлаған археологик ҡомартҡылар юҡ[7]. Янина тураһында тик 879 йылда ғына, Навпактың викар епархияһына ҡарата телгә алына[8]. Анна Комнина Янинаны өс тапҡыр телгә ала, шул уҡ ваҡытта бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй.

1082 йылда ҡала ваҡытлыса Боумэнд башлығында норманндар власына күсә[7]. 1204 йылдан һуң Венеция Янинаға үҙ хоҡуҡтарын белдерә, әммә ҡала өҫтөнән контроль Эпир деспотатына күсә, ә 1225 йылда Янина фемаһы (хәрби-административ округ) төҙөлә. Янина 1259 йылда Пелагония янындағы һуғыштан һуң никей ғәскәрҙәре тарафынан ҡамауға алына, әммә 1318 йылда уны Византия баҫып алғанға тиклем оҙаҡ ваҡыт Эпир власы аҫтында ҡала. Византия дәүләтенә ҡушылғандан һуң ҡала статусы митрополияға тиклем күтәрелә[9].

1319 йылдың февралендә византия императоры Андроник II Палеолог хрисовул (грамота) сығара, унда Янина граждандарының хоҡуҡтары һанап кителә: урындағы үҙидара элементтары, сауҙаға һәм ҡаланан ситтә хәрби йөкләмәләргә һалымдарҙан азат итеү, ҡала йолаларының һәм биләмәләренең тейелгеһеҙлеген раҫлау. Был хрисовул ҡаланың тейелгеһеҙлеген һүрәтләгән уникаль документ булып тора.

Яҡынса 1348 йылда Янина Стефан Урош IV Душан баҫымы аҫтында ҡолай, ә 1355 йылдан Симеон Урош яғына күсә.

1366/1367 йылдан башлап Янинала Фома Прелюбович II хакимлыҡ итә, уның залими хакимлығы тураһында Янина йылъяҙмаһында һүрәтләнә. Албандарға ҡаршы көрәштә Прелюбович 1380 йылда төрөктәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Әммә ҡала халҡы, албандарҙың һөжүменән ҡурҡып, Карло I Токконы үҙенең хакимы итеп таный, һәм Токко Янинаға үҙенең йәйге резиденцияһын күсерә, әммә тиҙҙән уның вафатынан һуң, 1430 йылда Янина төрөктәргә баш эйә.

1611 йылда баш күтәреүсе грек халҡы монах Дионисий етәкселеге аҫтында ҡаланы бер көнгә төрөктәрҙән яулап ала. Ихтилал баҫтырыла. Дионисий язалап үлтерелгән мәмерйә эргәһендә бөгөн обелиск тора.

1788 йылда ҡала солтан вассалы Әли-паша Тепелинскийҙың резиденцияһы була, ул сепаратизм пландарын хуплай һәм ғүмеренең аҙағынаса тиклем грек гетеристары менән бәйләнеш тота. Әли-пашаның үҙенсәлекле фигураһын һәм шул дәүерҙәге Янинаны Александр Дюма (атай) «Граф Монте-Кристо» әҫәрендә иҫкә ала. 1821 йылла грек ихтилалы башланыу менән солтан ғәскәрҙәре Әли-пашаны Янинала ҡамай, һуңынан шунда язалап үлтерә.

Эсат паша Янинаны Греция кронпринцы Константин I тапшыра

1913 йылда Беренсе Балҡан һуғышы барышында һәм Бизани районында ҡала өсөн барған көсөргәнешле һуғыштан һуң, Янина оҙайлы ҡамауҙан һуң грек армияһы тарафынан азат ителә һәм ҡабаттан грек ҡалаһы була. Хәл иткес һуғыш 19 февралдә башлана. Бизани форты ҡолатылғандан һуң Янинаның яҙмышы хәл ителә. 21 февралдә Эсат-паша бирелеү тураһында тәҡдим менән парламентёр ебәрә Янинала гректарға 25 000 кеше бирелә. 22 февралдә ҡалаға тантаналы рәүештә Греция короле Константин I инә[10].

1944 йылда оккупация ваҡытында йәһүд общинаһы (романиоттар) үлем лагерҙарына ҡыуыла.

Янина һарайы
Янина һарайы (инг.)баш.

Янина һарайы ҡаланың көньяҡ- көнсығыш өлөшөндә Янина күле эсенә инеп торған ярымутрауҙа урынлашҡан[7].

1082 йылда һарайҙы Боэмунд I баҫып ала һәм уны нығыта[7]. Был дәүерҙән һарайҙың көньяҡ-көнсығыш яҡта Ич-Кале (төр. İç Kale) тип аталған ҡәлғәһенең нығытмалары: Боумэнд булараҡ билдәле түңәрәк манараһы, һәм көнсығыш өлөшөндә шундай уҡ башняның фундаменты һаҡланған. Замоктың «эпано-гулас» (επάνω γουλάς) тип аталған төньяҡ-көнсығыш ҡәлғәһендә византия хакимы резиденцияһы һәм Изге Иоанн соборы урынлашҡан[7]. 1204 йылда Дүртенсе тәре походы рыцарҙәре Константинополде ала, уның халҡы Янинаға ҡаса. Михаил I Комнин Дук (1205—1215) хакимлығы ваҡытында ҡала стеналары, шулай уҡ һарайҙың төньяҡ-көнсығыш ҡәлғәһе стеналары төҙөлә һәм нығытыла[7].

XIII быуатта Ич-Калела Архангел Михаил соборы төҙөлә.

Фома II Прелюбович (1366—1384) хакимлығы ваҡытында өҫтәмә нығытмалар, шул иҫәптән Фома башняһы төҙөлә[7].

XV быуатта төрөктәр Янинаны 1430 йылда буйһондорғандан һуң, Архангел Михаил соборы урынында Фетихье мәсете төҙөләФетихье (грек)баш.[7].

1618 йылда һарайҙың төньяҡ-көнсығыш ҡәлғәһе Изге Иоанн соборы урынында Аслан-пашаның мәсете төҙөлә[11]. Бында уҡ XVII быуат башының тюрбеһы (мавзолейы), XVII быуат уртаһының мәҙрәсәһе урынлашҡан[7][11]. Эргәлә XIII быуат византия мунсаһы, XVII быуат башы хаммамы һәм ғосман дәүерендәге китапхана урынлашҡан[7].

Суфари-Һарай

Замок Әли-паша идаралығы осоронда үҙгәртеп ҡорола һәм нығытыла (1788—1822)[7]. 1788 йылда Ич-Калела Әли-паша үҙенең һарайын, резиденцияһын төҙөй[7]. «Ҡаҙна» бинаһы һаҡланған. 1795 йылда ул Фетихье мәсетен яңынан төҙөй. 1815—1820 йылдарҙа һарайҙың төньяҡ-көнсығыш ҡәлғәһе менән йәнәш Суфари-Һарай кавалерия казармалары (Σουφαρί Σαράι) төҙөй, хәҙер Генераль дәүләт архивының[12] Эпир тарихи архивы. Ич-Калела Әли-пашаның кәшәнәһе урынлашҡан. Әли-пашаның һарайы 1870 йылда емерелә[7].

1918 йылда Ич-Калела Изге эскерһеҙҙәрҙең сиркәүе төҙөлә.

Ғосман осоро китапханаһы

1933 йылдан һарайҙың төньяҡ-көнсығыш ҡәлғәһендә ҡала музейы (Δημοτικό Μουσείο)[11] урынлаша. 1913 йылдан Ич-Калела хәрби госпиталь, 1995 йылдан — Янинаның Византия музейы (Βυζαντινό Μουσείο Ιωαννίνων)[7].урынлаша.

1828 йылда Зосимас мәктәбенә нигеҙ һалына.

1964 йылда Салоник Университеты филиалы асыла. Уның базаһында 1970 йылда Янина Университеты (Πανεπιστήμιο Ιωαννίνων) ойошторола. Музей кампусы Янинанан алты километр көньяҡта Георгиос Дурутис исеме буйынса Дурутиста урынлашҡан. Изге Георгий Перистерас монастыры эргәһендә был территория Дурутисҡа ҡараған[13].

Янинала Арталағы үҙәге менән Эпир Технология институты филиалы (Τεχνολογικό Εκπαιδευτικό Ίδρυμα Ηπείρου) бар.

Янинала Пирра батшаһы исемен йөрөткән «Василевс-Пирос» Дәүләт аэропорты урынлашҡан.

Янинанан 10 км көньяҡтараҡ 2 автострада: «Эгнатий», E90 европа маршрутының өлөшө уҙа. Янина «Иония» 5 автострадаһының башы булып тора. Милли юл 5, европа маршрутының өлөшө, Янинаны Арта менән тоташтыра. Янина аша Е92 еворопа маршрутының өлөшө Трикала- Игуменица 6 милли юлы үтә. Милли юл 17 Янинаны Додона менән бәйләй. Е853 европа маршрутының өлөшө милли юл 20 Янинаны Козани менән тоташтыра. .

Йыл Халыҡ, кеше
1991 62 346[14]
2001 67 384[14]
2011 65 574

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Атанасиос Цакалофа (1788—1851), өс грек патриоттарының береһе, 1814 йылда Одессала «Филика Этерия» йәмғиәтен ойоштороусы, Грецияның азатлығына нигеҙ һалыусы; Мәскәүҙә вафат була.
  • Георгий Залокостас (1805—1858) — билдәле грек шағиры.
  • Михос Артемиос (1803—1883) — грек революционеры, офицер, һәм министр.
  • Ҡарт Партениос I (грек. Παρθενιος Α, ο Γερος), Дөйөм сиркәүҙәр (Константинополь) патриархы (1639—1644 йй.).
  • Йәш Партениос II (грек. Παρθενιος Β, ο Νεος), Дөйөм сиркәүҙәр патриархы (1644—1646 йй., 1648—1651).
  • Мефодиос Антракитис (1660—1749), грек математигы һәм мәғрифәтсеһе.
  • Николаос Сарос (грек. Νικολαος Σαρος), грек типографы һәм XVII быуат нәшриәтсеһе.
  • Партениос IV (грек. Παρθενιος Δ, 1720—1786), Патр митрополиты, рус флотының урта диңгеҙ экспедицияһы менән бәйле төрөктәргә ҡаршы ихтилал менән етәкселек итә; Мәскәүҙә вафат була.
  • Христос Адамидис (1885-1949) — грек авиацияһы пионерҙарҙың береһе, 1912—1913 йылдарҙа Балҡан һуғышында ҡатнаша, авиация генералы.
  • Миҙхәт Фрашери (1880—1949), албан мәғрифәтсеһе һәм милли сәйәсмәне, Балли Комбетарға нигеҙ һала.
  • Маркос Авгерис (грек. Μαρκος Αυγερης, 1884—1973), билдәле грек шағиры, яҙыусыһы һәм тәнҡитсеһе
  • Филипп Никос (грек. Νικος Φιλιππου, р 1962), баскетболсы, Греция йыйылма командаһы — 1987 йылда Европа чемпионы уйынсыһы

Янина хөрмәтенә Янина астероиды (383) аталған

Футбол буйынса Греция чемпионатында ҡаланан «ПАС» футбол клубы ҡатнаша.

  1. ΦΕΚ αποτελεσμάτων Μόνιμου Πληθυσμού — Αποτελέσματα της Απογραφής Πληθυσμού-Κατοικιών έτους 2021 που αφορούν στο Μόνιμο Πληθυσμό της Χώρας (грек) // Εφημερίδα της ΚυβερνήσεωςΑθήνα: Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2023. — Б. 37.
  2. https://it-ch.topographic-map.com/map-4xh1tp/Giannina/?zoom=19&center=39.66632%2C20.85426&popup=39.66653%2C20.85415
  3. https://web.archive.org/web/20210516083940/http://odysseus.culture.gr/h/3/gh352.jsp?obj_id=7642
  4. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 458.
  5. Ҡалып:Карты государств (ГУГК и Роскартография)
  6. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  7. Notitiae CP 7:580
  8. Χρυσός, Ευάγγελος H προαγωγή της επισκοπής Iωαννίνων σε μητρόπολη (грек) // Δωδώνη. — 1976. — Т. 5. — С. 337—348.
  9. Взятiе Янины // Искры : Иллюстрированный художественно-литературный журнал. — М.: Товарищество И. Д. Сытина, 1914. — № 11. — С. 83–84.
  10. 11,0 11,1 11,2 Δημοτικό Μουσείο (грек). Δήμος Ιωαννιτών. Дата обращения: 6 октябрь 2017. 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  11. Soufari sarai of Ioannina (ингл.). EARTH lab. University of Ioannina. Дата обращения: 11 октябрь 2017.
  12. Μονή Αγίου Γεωργίου Περιστεράς ή Δουρούτης (грек). Οδυσσέας. Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού. Дата обращения: 11 октябрь 2017.
  13. 14,0 14,1 Μόνιμος και Πραγματικός Πληθυσμός της Ελλάδος. Σύνολο Ελλάδος, νομοί, δήμοι/κοινότητες, δημοτικα/κοινοτικά διαμερίσμα και οικισμοί. Απογραφές πληθυσμού 2001 και 1991 (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή. Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 16 июль 2006 года. 2006 йыл 16 июль архивланған.
  • Янина, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Soustal, Peter; Koder, Johannes. Tabula Imperii Byzantini. — Vienna: Verlag der Österreichischen Akademie der Wissenschaften, 1981. — Bd. 3: Nikopolis und Kephallēnia. — ISBN 3-7001-0399-9.
  • Βρανούσης, Λ. Ιστορικά και Τοπογραφικά του Μεσαιωνικού Κάστρου των Ιωαννίνων. — Μελετών: Εταιρείας Ηπειρωτικών, 1968.