Эстәлеккә күсергә

Янычар музыкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янычар музыкаһы
Хәҙерге заман янычар музыкаһы оркестры

Янычар музыкаһы (Ғосман музыкаһы) — XVIII быуатта Европала янычарҙар хәрби оркестрындағы традицион музыкаль инструменттарҙың атамаһы.

Ҙур барабан (дауль), 2 бәләкәй барабан (сардар-нагара), 2 тәрилкә (цил), 7 еҙ торба (бори), 5 шалмей (цурнадер), төрөк ярымайы (музыкаль инструмент).

Төрөк хәрби музыкаһы тарихы XIII быуаттан башлана. Тәүге хәрби оркестр Ғосман I солтанға сәлжүктәр солтаны Кей-Кубад III тарафынан бүләк итеп ебәрелгән. Хәҙерге заман хәрби оркестрына составы буйынса яҡын оркестр төшөнсәһе Ғосман империяһында XVI быуатта барлыҡҡа килә.

Ғосман империяһы ғәскәренең Урта Европаға XVII быуат уртаһындағы яуынан һуң уларҙың музыкаһы Европала «ҡырағай» (ырылдаған, тауышлы, шатырлаған) хикмәтле тембрҙар, инструменттар тауыштары ҡатнашмаһы итеп ҡабул ителә, уның башҡа төрлө музыка теле икәнен аңламайҙар.

Хәҙерге оркестрҙағы литавра һәм тәрилкәләр элекке янычар оркестрынан алына
Бунчук янычар оркестрынан Европа оркестрҙарына алынған музыкаль инструмент. Бөтә хәрби оркестрҙарҙа ла бар

Ләкин XVIII быуатта янычар музыка традициялары Европаға үтеп инә башлай, ул бер дәүер модала була. 1720 йылда Польша короле Август Икенсегә төрөк солтанынан бүләккә янычар оркестры инструменттарын алып киләләр, 1725 йылда рус батшабикәһе Екатерина I Истамбулдан төрөк хәрби оркестрын саҡыра, уның составында электән билдәле булған инструменттарҙан тыш Европала XIV быуаттан билдәле өсмөйөш тә була, 1741 йылда янычар оркестрҙары Австрияла, шунан Пруссияла һәм башҡа Европа илдәрендә күренә башлай. Һуҡма инструменттарҙан бунчук төрөк музыкаһының үҙенсәлекле тауышын бирә.

"Янычар музыкаһы"ның Европа опера һәм симфония музыкаһына тәьҫире көслө була. Опера оркестрында беренсе булып тәрилкә менән өсмөйөштө Андре Гретри ҡуллана («Сиғандар маршы», «Йәшерен сихыр», 1778). Кристоф Виллибальд, Глюк скиф бейеүҙәре һәм йырҙарында «Ифигения Тавридала» операһында (1779) Көнсығыш колоритын булдырыу өсөн бәләкәй барабан, тәрилкә һәм өсмөйөш ҡуллана. Европа оркестры менән янычар оркестры инструменттарын иң оҫта ҡулланыусылар тип Моцартты («Похищение из сераля»,1782) һәм Гайднды («Военная симфония», 1794) атайҙар; Людвиг ван Бетховендың увертюраһы һәм маршы (Коцебуның «Афинские развалины» пьесаһы өсөн яҙылған).

Европала «alla turca» тип йөрөтөлгән стиль оркестр музыкаһына ғына түгел, фортепиано музыкаһына ла тәьҫир итә (Моцарттың фортепиано өсөн сонатаһының финалы A-dur, K.-V. 331). XIX быуат башында бәләкәй ҡыңғырауҙар, тәрилкәләр, ҙур барабан тауышын сығарған фортепианолар сығарыла. Окестрион тигән механик инструменттар ҙа «янычар» тембрҙары менән байытыла, мәҫәлән, Бауэрҙарҙың оркестрионы (Вена, 1828). Бер оркестрион (И. Н. Мельцель "пангармоникон"ы , 1806) өсөн Бетховен «Виттория янындағы алыш» тигән әҫәрен яҙа, уны оркестр ҙур барабан менән уйнай.

XIX быуат урталарынан, Ғосман империяһының хәрби һәм сәйәси йоғонтоһо кәмеү менән янычар музыкаһының да Европаға тәьҫире әҙәйә башлай. XX быуатта, Ғосман империяһы тарҡалғас, янычар музыкаһын яңынан тергеҙеү буйынса ҡайһы бер эштәр башҡарыла (мәҫәлән, 1953 йылда Константинополде төрөктәр алыуға 500 йыл тулыу айҡанлы).

Хәҙерге заманда янычар музыкаһы Төркиәлә башлыса тарихи-этнографик хәжәттән сығып йәшәй. Истамбулдағы Хәрби музейҙа (Askeri Muze) төрөк хәрбиҙәренән торған ансамбль бар, ул традицион янычар музыкаһы стилендә сығыш яһай[1].

Билдәле композиторҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Nefiri Behram
  • Emir-i Hac
  • Hasan Can
  • Gazi Giray II
  • Zurnazen Edirneli Daği Ahmed Çelebi
  • Zurnazenbaşı İbrahim Ağa
  • Müstakim Ağa
  • Hammali
  • Hızır Ağa
  • Штелин Я., Музыка и балет в России XVIII в., Л., 1935, с. 121—122;
  • Рогаль-Левицкий Д., Современный оркестр, т. 3, М., 1956;
  • Marsigli L. F., Stato militare deirimperio ottomanno…, La Haye — Amsterdam, 1732 (рус. пер.- Mapсильи Л.-Ф., Военное состояние Оттоманской империи…, ч. 1-2, СПБ, 1737);
  • Farmer H. G., Military music, L., (1950);
  • Gazimihal M. R., Türk askerо muzikalari tarihi, Istanbul, 1955;
  • Altar С. M., W. A. Mozart im Lichte osmanisch-österreichischer Beziehungen, «RBM», 1956, v. 10, fasc. 3-4;
  • Simon E., Mechanische Musikinstrumente früherer Zeiten und ihre Musik…, Wiesbaden, 1960.