Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы
Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1910 |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР Иҫке Бүздәк, Уртакүл ауыл советы, Бүздәк районы |
Вафат булған көнө | 12 сентябрь 1978 (68 йәш) |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d] |
Уҡыу йорто | К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10 сентябрь 1910 йыл—12 сентябрь 1978 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре канидаты (1953). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әхмәт Мөхәмәтәвәли улы Янғуразов 1910 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылында тыуа. 1933 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.
1933-1934 йылдарҙа РККА-ла курсант булып хеҙмәт итә. 1934—37 йылдарҙа Башҡортостан инженер‑техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү иститутында эшләй, 1936 йылдан алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 1937—1939 йылдарҙа Эске эштәр ХК тикшереүе аҫтында була. Аҡланғандан һуң Өфөнөң 2-се мәктәбе директоры була. 1939—41 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан он тартыу сәнәғәте техникумы директоры.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941-1943 йылдарҙа ҡыйыу һуғыша, 214 уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы була, хәрби ордендар, миҙалдар менән бүләкләнә. Волгоград, Орел, Белгород ҡалаларының Почет грамоталары менән бүләкләнә. 1943 йылда яраланғандан һуң Өфөгә ҡайта[2]. 1944 йылдан башлап ВКП(б)‑ның Өфө ҡала комитеты секретары[1].
1953 йылда А.М.Горький исемендәге Урал дәүләт университетында иҡтисад фәндәр кандидатлығы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Промысловая кооперация, ее значения и развитие в социалистическом народном хозяйстве» тмеаһына диссертация яҡлай.[3]
1948—53 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡыу буйынса директор урынбаҫары, 1956 йылдан алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире, 1967— 78 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡисады институтының Өфө факультеты деканы[1]. 1954—1968 йылдарҙа пединститутта һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
1978 йылда вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 10 сентябрҙә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Бүздәк районында тыуғандар
- 12 сентябрҙә вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары