Ярышев Нәжиб Ғәфүр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ярышев Нәжиб Ғәфүр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (93 йәш)
Тыуған урыны Һабаш, Ергән ауыл советы, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, biology student, химик, биолог
Биләгән вазифаһы директор[d] һәм колледж[d]
Уҡыу йорто К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ярышев Нәжиб Ғәфүр улы (22 февраль 1931 йыл — 10 август 2004 йыл) — педагог. 1964—1997 йылдарҙа Салауат педагогия училищеһы һәм колледжы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәжиб Ғәфүр улы Ярышев 1931 йылдың 22 февралендә Башҡортостан АССР-ының хәҙерге Мәләүез районы Һабаш ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[1].

1945 йылда урта мәктәпте тамамлай. Артабан белем алырға матди мөмкинлеге булмау сәбәпле, бер йыл ауылда эшләй. Мәктәп директоры Насир Лотфулла улы Бакиров уны Өфө ҡалаһының етем балалар өсөн асылған 9-сы мәктәбенә урынлаштыра.

1951 — 1955 йылдарҙа К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетында уҡый. 1955—1958 йылдарҙа Йомағужа районы Волостновка урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1958 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.

1962 йылда Йомағужа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

1963 йылдан Йомағужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, директор вазифаһын башҡара.

1964 йылдың авгусында Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығы тарафынан Салауат педагогия училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә.

Уҡыу йорто структураһына үҙгәрештәр индерә: директорҙың ғилми-методик эш буйынса урынбаҫары вазифаһы булдырыла, уҡытыу эшенә кафедралар етәкселек итә башлай. Стәрлетамаҡ педагогия институты менән бәйләнеш көсәйә. Колледж ике тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһына, СССР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығы, СССР Мәғариф министрлығы, РСФСР Мәғариф министрлығы грамоталарына лайыҡ була.[1].

Педагог 2004 йылдың 10 авгусында вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нәжиб Ғәфүр улы Республиканың урта махсус уҡыу йорттары директорҙары советы рәйесе итеп һайлана, улар менән бай тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша, кәңәштәре менән ярҙам итә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1986)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2022 йылдың 30 мартында колледжда Нәжиб Ярышев хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 211—212-се б.б.
  2. В Салавате увековечили память заслуженного учителя БАССР Нажиба Ярышева. ИА «Башинформ», 31 марта 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2022)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 211—212-се б.б.