Эстәлеккә күсергә

Яҡтыкүл алабалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡтыкүл алабалығы

Иллюстрация из книги Pieni tietosanakirja (инг.)баш.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Coregonus lavaretus (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 5369

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
Төр тураһында мәғлүмәт
волховский сиг

ИПЭЭ РАН сайтында
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
Төр тураһында мәғлүмәт
баунтовский сиг

ИПЭЭ РАН сайтында


Алабалыҡтар (Согедопйае), һөмбаш һымаҡтар отрядына ҡараған балыҡтар ғаиләһе. Яҡынса 11 төрө билдәле.

Төньяҡ Боҙло океан, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшө бассейнында йәшәй.

Ғәҙәти алабалыҡ (рус. Обыкновенный сиг йәки Сиг проходной, лат. Coregonus lavaretus) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап исемлегенә индерелгән. Һөмбаштар ғәиләһендәге иң күп төрлөлөгө (полиморф) менән айырылып торған төр.

Синонимдары:

  • Salmo lavaretus
  • Salmo oxyrhynchus
  • Salmo pidschian
  • Salmo polcur
  • Coregonus pallasi
  • Coregonus conorhynchus
  • Coregonus widigreni
  • Coregonus maraena
  • Coregonus pachycephalus
  • Coregonus tscholmugensis
  • Coregonus ludoga
  • Coregonus maraenoides
  • Coregonus megalops
  • Coregonus baicalensis
  • Coregonus microps
  • Coregonus smitti
  • Coregonus nelssoni
  • Coregonus peled

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы исемлегенә ике төрсәһе индерелгән: Волхов алабалығы (урыҫ. Сиг волховский, лат. Coregonus lavaretus baeri, Kessler, 1864) һәм Баунт алабалығы (рус. Сиг баунтовский, лат. Coregonus lavaretus baunti, Muchomedijarov, 1948).

Алабалыҡ ныҡ үҙгәреүсән, бик күп төрсәләргә һәм популяцияларға эйә булған, ғәйәт күп формаларҙан тороусы балыҡ төрө.

Айырма, бер яҡтан ауыҙ торошона, баш ҙурлығына, томшоҡтарының көмөрөлөгөнә ҡағыла.

Икенсе яҡтан, айырма айғолаҡ һөҙгөстәрендәге үҫентеләргә бәйле. Айғолаҡ һөҙгөстәрендәге үҫентеләр һаны 15−60 араһында була ала.

Шулай уҡ һөҙгөс үҫентеләре шыма йәки кирткәсле була ала. Тән оҙонлоғо, бейеклеге буйынса бик ныҡ айырылалар. Алабалыҡтың йылға йәки күл формалары, эре, ваҡ, үрләүсе формалары бар.

Айғолаҡ һөҙгөстәрендә үҫентеләре (жаберные тычинки) 30-ға тиклем булғандары бентос һәм ваҡ балыҡ менән туҡлана. Былары йыртҡыстар. Һөҙгөстәрендәге (жаберные тычинки) үҫентеләре 30-ҙан күберәк булғандары планктон һөҙөп туҡланалар.

Төрсәләре(подвиды):

  • Волхов алабалығы (урыҫ. Сиг волховский, лат. Coregonus lavaretus baeri, Kessler,1864)
  • Баунт алабалығы (урыҫ. Сиг баунтовский, лат. Coregonus lavaretus baunti, Muchomedijarov, 1948)
  • Европа алабалығы (урыҫ. Сиг европейский, лат. Coregonus lavaretus lavaretus, Linnaeus, 1758)
  • Чуд алабалығы (урыҫ.Сиг чудский, лат. Coregonus lavaretus maraenoides, Poljakow, 1874)
  • Күп үҫентеле алабалыҡ (урыҫ. Сиг многотычинковый, лат. Coregonus lavaretus pallasi, Valenciennes, 1848)
  • Себер алабалығы (урыҫ. Сиг сибирский, лат. Coregonus lavaretus pidschian, Gmelin, 1788)

Яҡтыкүл алабалығы (рус. Сиг озера Банное) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Төп популяцияһы (Маточное стадо) Яҡтыкүлдә генә тереклек итә; балыҡ үрсетеү маҡсатында ғына файҙаланыла.

Балыҡтарҙың яңы төрҙәрен Башҡортостандың тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырыу, затлыраҡ балыҡтарҙы үрсетеү, йылғаларҙағы һәм күлдәрҙәге балыҡ запасын арттырыу маҡсатында тиҙ үҫә торған ҡиммәтле балыҡтар килтергә ҡарар ителә.

Ундай балыҡтарға ҡиммәтле промысла балығы — ала балыҡ (сига) инә. Ала балыҡтың бер нисә төрө бар: лудога, пелядь (сырок), рипус һәм башҡалар.

1933 йылда Әбйәлилдәге Мауыҙҙы (Яҡтыкүл) күленә Чуд күле алабалығы ебәрелә.

Уның төп йәшәгән урыны — Чуд, Ладога күлдәре (Чуд алабалығы, урыҫ. Сиг чудский, лат. Coregonus lavaretus maraenoides, Poljakow, 1874).

Туймазы төбәгендәге Ҡандра күлендә иһә был төр ала балыҡ 1958 йылдан башлап үрсетелә.

Башҡортостанда 3 төрө климатҡа яраҡлаштырылған: күл сабағы, пелядь, ябай алабалыҡ.

Башҡортостан Республикаһында Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәрендә осрай, Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән күл сабағы Асылыкүл һәм Ҡандракүлдә климатҡа яраҡлаштырылған.

Алабалыҡ бәрҙегә оҡшаған. Арҡаһында ҡара төртөктәре бар, тәңкәләре ныҡ. Ауыҙы ҙур, тештәре тигеҙ, аҙауҙары өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтарында урынлашҡан.

Һаҙанға оҡшағаныраҡ һимеҙ, итле, көмөш һымаҡ аҡ төҫтәге балыҡ. Арҡаһы киң, йәшкелт-ҡара төҫтә, эс яғы иһә ап-аҡ. Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә менән ҡапланған. Үтә ҙур түгелдәр, оҙонлоғо 40-55 см, ауырлығы 1—3 кг. Уртаса, ғәҙәттә, 40-50 см, массаһы 700—800 г тирәһе була. Әммә 50-60 см оҙонлоҡтағы 1-1,2 кг һәм 4-5 кг-ға еткән заттары ла осрай. Ләмле һыу төбөн яратмаған­лыҡтан, ҡырсынташлы, ылымыҡ­һыҙ, ҡомло тәрән ерҙә йәшәй. Башҡа йыртҡыс балыҡтарҙан айырмалы, күҙҙәре ҙур, төнөн дә яҡшы күрә.

Яратҡан аҙыҡтары — ташбаш, сабаҡ, күкен. Күп ашауы һәм тиҙ ҙурайыуы менән дан алған. Һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған алабалыҡ балыҡсылыҡ хужалы­ғында ла тотола. Енси яҡтан алабалыҡ — 4-8 йылда өлгөрә. Көҙ һәм ҡыш айҙарында ыуылдырыҡ сәсә. Ваҡ, һары төҫтәге ыуылдырығын ҡырсынташлы-ҡомло ергә һала. Үрсемлелеге — 20-50 мең ыуылдырыҡ. Селбәрәләр яҙын, боҙ ирер алдынан сыға. Ғүмер оҙонлоғо — 7-10 йыл.

Был балыҡты урындағы башҡорттар сиға, сиғом тип атайҙар.

1958 йылдың апрель айы аҙаҡтарында Ҡандракүлгә тәжрибә рәүешендә 500 мең ваҡ ала балыҡ сырҙыларын ебәрәләр. Был күл тәрәнлеге һәм таҙалығы менән ала балыҡҡа бик оҡшап төшә. Уларҙың ҙурлығы тәүге йылда уҡ 10—15 сантиметрға етә. Икенсе йылында 25 сантиметр оҙонлоғондағы балыҡтар ҙа күренә башлай.

Алтмышынсы йылдар башында күлгә тағы ла 10 миллион ҡиммәтле балыҡ ебәрелә. Хәҙер бында сига күпләп үрсей. Ала балыҡ Башҡортостан һыуҙарын үҙ итә, бик яҡшы үрсеп китә, хатта эрерәк тә булып үҫә. Ладога күлендә ошо балыҡ төрөнөң иң ҙуры ике килограмм самаһы тартһа, Мауыҙҙыла иһә 5 килограмғаса ауырлыҡты тәшкил итә.

1960 йылда Баймаҡ районының данлы Талҡаҫ күлендә миллиондарса ала балыҡ сырҙылары ебәрелә.

1965 йылда Ладоганан 27 миллион ала балыҡ ыуылдырығын Өфө балыҡ заводына самолет менән алып ҡайталар.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: ала балыҡтар яҙын түгел, ә ҡара көҙҙә — 6—8 ноябрҙә, бик һуң булһа, 9 ноябрҙә һары ыуылдырыҡ һала.

Өфө балыҡ үрсетеү заводы хәҙер Мауыҙҙыны үҙенең заповеднигы итеп тота. Бында һәр йыл көҙҙән ала балыҡ ыуылдырығы йыйып алына һәм башҡа урындарға оҙатыла.

Унда октябрь айҙарында көн һайын бер нисә центнер ала балыҡ тотоп, уларҙың ҡиммәтле ыуылдырыҡтары алалар. Унан бер нисә ай махсус ҡоролмаларҙа кислородҡа бай, гел алмашынып торған һыуҙа һаҡлайҙар. Шунан ҙур-ҙур күлдәргә ебәрелә.

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8