Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы
Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Кемерово ҡалаһы |
Вафат көнө |
18 февраль 1993 (48 йәш) |
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (18 апрель 1944 йыл — 18 февраль 1993 йыл) — кинорежиссёр, 1991—1993 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малик Нәсих улы Яҡшымбәтов 1944 йылдың 18 апрелендә Кемерово ҡалаһында тыуған. Уның атаһы 1944 йылда Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрелгән була[1] Кемерово ҡалаһында уның улы Мәлик тыуа[2].
Якшымбәтов Малик 1969 йылда Бөтә Союз дәүләт кинематография институтында (ВГИК) Г. И. Чухрай класында уҡый. Стажировканы Башҡортостан телевидениеһында үтә.
1969—1985 йылдарҙа «Ҡаҙаҡфильм» студияһында эшләй. 1985—1990 йылдарҙа «Ҡаҙаҡтелефильм» студияһында эшләй. Был йылдарҙа 20-гә яҡын документаль һәм документаль-публицистик фильмдар төшөрә. 1991 йылда яңы асылған «Башҡортостан» киностудияһына художество етәксеһе итеп эшкә саҡырыла. Өфөлә эшләгән ике йыл ваҡыт эсендә бер нисә документаль һәм документаль-публицистик фильм төшөрөп өлгөрә.
- «Салауат Юлаев көндәре». 1991 йыл.
- «Аксаков һәм Башҡортостан». 1991 йыл.
- «Азатлыҡ ҡапҡаһы». 1992 йыл. Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта уҙғарылған «Көмөш ярым ай» Халыҡ-ара кинофестивалендә беренсе премия бирелә.
- «Ташта минең ҡуйы ҡаным». 1992 йыл. 1993 йылда Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта уҙғарылған «Көмөш ярым ай» Халыҡ-ара кинофестивалендә был фильм да шулай уҡ беренсе премия менән бүләкләнә.
Малик Яҡшымбәтов 1993 йылдың 18 февралендә көтмәгәндә вафат була. Данлыҡлы шәхес ата-бабаларының төйәге — Түңгәүер ырыуы ере Әбйәлил районы Асҡар ауылы зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Жертвы политического террора В СССР [1] (варианты имени: Носих) Родился в 1909 г. Проживал: Башкирская АССР, Абзелиловский р-н, Аскарово. Приговорен: в 1931 г. Приговор: спецпоселение — Кемеровская обл., снят с учета 10.03.1951 Источник: МВД Республики Башкирия
- ↑ http://lists.memo.ru/d38/f366.htm Якшимбетов Малик Насихович Родился в 1944 г. Проживал: Кемеровская обл.. Приговорен: в 1944 г. Приговор: спецпоселение — Кемеровская обл. Источник: МВД Республики Башкирия
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кино-театр.ру
- Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы сайты. 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.