Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Лира Миңләхмәт ҡыҙы
Яҡшыбаева
Псевдонимдары:

Лира-Әхмәт Яҡшыбаева

Тыуған көнө:

15 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Һылыу ҡарағас» (2005)

Премиялары:

Рамазан Өмөтбаев (2009) һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге (2011) премиялар

Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы, Лира-Әхмәт Яҡшыбаева (15 февраль 1947) — башҡорт яҙыусыһы. Рамазан Өмөтбаев (2009) һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге (2011), шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған.[1].

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, 1997-2002 йылдарҙа 13-сө башҡорт урта мәктәбендә эшләй.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ауыл ҡатыны» (2000)
  • «Сәйер бүләк» (2000)
  • «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» (2013)
  • «Мөжәүир хәҙрәт»
  • «Табын иле изгеләре»
  • «Ғабдулла Сәйеди»
  • «Зәйнулла ишан»
  • «Әүлиәләр аманаты»
  • «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш»
  • «Вәрәҙекүл аҡсарлағы» (2013)
  • «Ашҡаҙар вальсы»
  • «Халҡыбыҙ изгеләре» (2014)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2011)
  • Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2008)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 22 декабрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелгән 22 декабрь 2016)