Яҡын Көнсығыш университеты
Яҡын Көнсығыш университеты | |
төр. Yakın Doğu Üniversitersi[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1988 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Yakın Doğu Üniversitesi |
Кем хөрмәтенә аталған | Яҡын Көнсығыш |
Дәүләт |
Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте Кипр Республикаһы |
Административ-территориаль берәмек | Никосия |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][2] һәм Anatolian University Libraries Consortium Association[d][1] |
Уҡыусылар һаны | 14 792 |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Никосия, Кипр Республикаһы |
Ҡулланылған тел | инглизсә |
Рәсми сайт | neu.edu.tr |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 12 755 |
Яҡын Көнсығыш университеты Викимилектә |
Яҡын Көнсығыш университеты (тур. YakYakYn DoG u niversitesi, YDf) ― Төньяҡ Кипрҙа урынлашҡан шәхси университет. 1988 йылда[3] Кипрҙа йәшәгән төрөк Гюнсель Суат тарафынан нигеҙ һалына[4]. Хәҙер Попечителлек Советы башлығы ― уның улы Гюнсель Ирфан[5].
Әлеге көндә Яҡын Көнсығыш университетында 20 факультет[6][7], 220 программа, 4 профессиональ-техник мәктәп[8][3], 3 телгә әҙерләү мәктәбе һәм 5 университет белеме биреү мәктәбе бар[9].
Яҡын Көнсығыш университетында 25 меңдән ашыу кеше уҡый, ул Төньяҡ Кипрҙа иң ҙур юғары уҡыу йорто.
Кампус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың бөтә биналары кампуста урынлашҡан, шул иҫәптән Яҡын Көнсығыш колледжы (урта мәктәп кимәле), Яҡын Көнсығыш башланғыс мәктәбе һәм Яҡын Көнсығыш балалар баҡсаһы[10][11]. Кампус Никосия ҡалаһынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, унда Яҡын Көнсығыш бульвары аша барып була[12]. Ҡала һәм кампус араһында шәхси автобустар йөрөй[13].
Кампуста 700 кеше һыйҙырышлы Ататөрөк исемендәге Мәҙәни конгресс-үҙәк урынлашҡан ― ул Төньяҡ Никосияла йәмәғәт саралары өсөн иң ҙур зал. Бында бик күп һанлы конгрестар, концерттар, бейеү шоуы һәм Кипрҙағы халыҡ-ара театр фестивале кеүек башҡа мәҙәни саралар үтә. Үҙәктә шулай уҡ дүрт бәләкәйерәк зал бар[14][15]. Кампуста тағы өс амфитеатр һәм Ҙур китапханала урынлашҡан амфитеатрҙар квартеты бар[16]. Унда өс музей: Элемтә музейы, Художество музейы һәм классик һәм спорт автомобилдәре музейы эшләй[17].
Яҡын Көнсығыш университетының классик һәм спорт автомобилдәре музейы 2007 йылда ойошторолған; бында 140-тан ашыу экспонат урынлашҡан[18].
Ойоштороу структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың 20 факультетында 220 кафедра эшләй[19].
- Ататөрөк исемендәге педагогия факультеты
- Архитектура факультеты
- Фән һәм сәнғәт факультеты
- Бәйләнеш факультеты
- Стоматология факультеты
- Дини тәғлимәт факультеты
- Иҡтисад һәм административ фәндәр факультеты Инженер факультеты
- Һынлы сәнғәт һәм дизайн факультеты
- Һаулыҡ һаҡлау факультеты
- Юридик факультет
- Шәфҡәт туташы эше факультеты
- Медицина факультеты
- Театр сәнғәте факультеты
- Фармацевтик факультет
- Ветеринария медицинаһы факультеты
- Дистанцион уҡытыу факультеты
- Туризм факультеты
- Гражданлыҡ инженерияһы һәм эко-проектлау факультеты
- Физик культура факультеты
Яҡын Көнсығыш университетының фармацевтика факультеты 2014 йылда фармацевтика мәғарифын аккредитациялау буйынса Советы тарафынан аккредитация үткән[20].
Академик йүнәлеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Медицина факультеты һәм клиника
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Медицина факультеты 2008 йылда асылған, ә 55 000 квадрат метр майҙанлы дауахана үҙ ишектәрен бер йылдан һуң аса. Дауаханала тикшеренеү үҙәктәре эшләй, шул иҫәптән ядро медицинаһы тикшеренеү үҙәге[21].
Дауаханала бик күп мөһим фигуралар, шул иҫәптән ТРСК беренсе президенты Рәүф Денкташ дауалана[22]. Яҡын Көнсығыш университеты менән Ғағаузия араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы клиникала Гагаузиянан пациенттар дауалана ала[23]. Медицина факультеты шулай уҡ илдә йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау кампанияларында ҡатнаша[24] шул иҫәптән мәктәптәрҙә уҡыусыларға медицина тикшереүе үткәрә һәм in vitro хеҙмәте тәҡдим итә[25]. Факультет 2013 йылда WORLDCOB Institutional Excellence Award наградаһына лайыҡ була[26].
Ҙур китапхана
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур китапхана 15 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй һәм 1 миллиондан ашыу баҫма материал бар, 150 миллион электрон ресурстар инергә мөмкинлек бирә. Бында 1000 кеше һыйҙырышлы дүрт амфитеатр урынлашҡан; китапхана ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ[27]. 2007 йылда 7 000 тирәһе кеше көн һайын китапхана менән файҙалана[28]. 2012 йылда университет Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы менән берлектә китапханаһының электрон ресурстарын ҡулланыу тураһындағы протоколға ҡул ҡуя[29].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20230815060630/https://uye.ankos.org.tr/uyeler/
- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ 3,0 3,1 Study In North Cyprus . Study In North Cyprus. Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Dr. Suat İ. GÜNSEL | Yakın Doğu Üniversitesi . Neu.edu.tr. Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Assoc. Prof. Dr. İrfan S. Günsel – Near East University I . Neu.edu.tr. Дата обращения: 29 март 2017. Архивировано 12 март 2017 года. 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Near East University . Top Universities (30 ғинуар 2013). Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано 18 август 2013 года.
- ↑ Near East University – Mersin – Turkey . MastersPortal.eu. Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Academics | Yakın Doğu Üniversitesi . Neu.edu.tr. Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано 19 октябрь 2015 года.
- ↑ Graduate Schools | Yakın Doğu Üniversitesi . Neu.edu.tr. Дата обращения: 28 июль 2013. Архивировано 21 ғинуар 2016 года. 2016 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ Yakın Doğu Üniversitesi . Sabah. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Near East Kindergarten . Near East University. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ İletişim Bilgileri . Near East University. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 17 октябрь 2015 года.
- ↑ Transportation . NEU. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 25 октябрь 2015 года.
- ↑ Kıbrıs Tiyatro Festivali başlıyor . Havadis. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2015 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Atatürk Kültür ve Kongre Merkezi . Near East University. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Amphitheatres . Near East University. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Museums . NEU. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Turan, Burcu; Keser Hafize. Museum Guide Mobile App: The Case Of The Near East University Classical Car Museum 2020 йыл 9 июнь архивланған., doi:10.1016/j.sbspro.2014.04.117, 2014.
- ↑ Academics . Near East University. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано 19 октябрь 2015 года.
- ↑ ACPE press release . Дата обращения: 9 июнь 2020. Архивировано 19 май 2021 года.
- ↑ YDÜ hastanesi hasta kabulüne hazırlanıyor . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Kurucu Cumhurbaşkanı Rauf Denktaş YDÜ Hastanesi'nden taburcu edildi . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Gagavuzya Özerk Cumhuriyeti'nden ilk hasta bugün YDÜ Hastanesi'ne sevk ediliyor . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ YDÜ Hastanesi, okullarda kulak burun boğaz tarama programı başlatıyor . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Yakın Doğu Üniversitesi Hastanesi'nden Tüp Bebek müjdesi... Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ YDÜ Hastanesi'ne Dubai'de kurumsal mükemmellik ödülü verildi . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Grand Library . NEU. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 10 сентябрь 2016 года.
- ↑ İşte Türk'lerin Kütüphanesi . Hürriyet. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ YDÜ- TC Kültür Bakanlığı İşbirliği Protokolü Türkiye Basınında . Kıbrıs Postası. Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.