Эстәлеккә күсергә

Яңы Кирге улусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Кирге улусы
Нигеҙләү датаһы 1866
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Административ үҙәк Яңы Кирге
Административ-территориаль берәмек Бөрө өйәҙе
Халыҡ һаны 4576 кеше (1920)

Яңы Кирге улусы (рус. Новокыргинский улус)— Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе биләмәһендәге улус.

1866 йылда удмурт һәм мари ауылдарынан барлыҡҡа килгән. 1896 йылда улус IV станға индерелгән һәм 14 ауылдан торған.

Өйәҙ үҙәге дәрәжәһендәге Яңы Кирге ауылы Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Кирге ауылынан 1850 һәм 1858 йылдар араһында айырылып сыҡҡан, 1859 йылда унда 32 ихата һәм 204 кеше булған (бөтәһе лә удмурттар). 1865 йылдың аҙағында — Өфө губернаһының 3-сө өйәҙе, унда 34 йорт-ихата һәм 218 кеше йәшәгән (108 ир-егет һәм 110 ҡатын-ҡыҙ). Ауылда улус идараһы урынлашҡан булған, халҡы ауыл хужалығы һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән[1]

Айырылып Өфө губернаһына күсеп килгән киргеләр Һандуғас йылғаһы буйына төйәкләнгән, һәм ауылға Яңы Кирге исеме биргән.

1912 йылда улус өс ауыл йәмәғәтенән торған :

Ирдуған йәмәғәтенә Андреевка, Ирдуған, Яңы Сусаҙыбаш, Иҫке Сусаҙыбаш, Шудимари) ауылдары ингән;

Яңы Кирге йәмғәтендә: Барабановка, Үрге Барабанова, Кильдисан, Яңы Кирге, Рабак);

Норҡан йәмәғәтендә Әрлән, Бәнибаш, Ҡаймашабаш, Норҡан ауылдары тупланған.

1920 йыл ауыл Андреевка, Ирдуган, Иҫке һәм Яңы Сусаҙыбаштар Чераул улусы составына күсә, ҡалған 10 ауылда йорт башынан иҫәпләүҙәр мәғлүмәте буйынса 4576 кеше, шуларҙан 3346 (73,1 %) — удмурттар, 1079 (23,6 %) — мариҙар, 151 башҡа милләт кешеләре (башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, типтәрҙәр, мосолмандар) йәшәгән.

1922 йылда Бөрө кантоны составына индерелә, 1923 йылда кантон системаһы бөтөрөлә[2]. 1926 йылдағы торошо буйынса уның барлыҡ ауылдары эреләтелгән Яңауыл улусына инә, хәҙерге көндә — Яңауыл районы составында.

Улус үҙәге булған Яңы Кирге ауылы хәҙер Яңауыл районының Һандуғас ауыл Советына ҡарай.

  1. Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 107. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1
  2. М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 90. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2
  • Полный список населённых мест Уфимской губернии / под ред. Н. А. Озерова. — Уфа: Типография Губернского Правления, 1896. — С. 148—149. — 534 с.
  • Крестьянское хозяйство Уфимской губернии: Подворная перепись 1912—1913 гг. / Стат. отд. Уфим. губ. управы. — Уфа, 1914. — С. 1270—1277. — 1846 с.
  • М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 90. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
  • Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 105—107. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.