Ғабдрахманов Разих Ғабдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдрахманов Разих Ғабдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Уртай, Иҫке Байыш ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (76 йәш)
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Даны ордены

Ғабдрахманов Разих Ғабдрахман улы (1 ғинуар 1932 йыл1 август 2008 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1956 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозының тракторсы-комбайнсыһы. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының почётлы гражданы.[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Разих Ғабдрахман улы Ғабдрахманов 1932 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында тыуған. 1946 йылда, ғаилә хәле ауыр булғанлыҡтан, 7 класты тамамлап өлгөрмәй.

Тыуған төбәгендәге «Белем» колхозында ике тәгәрмәсле У, гусеницалы СЧТЗ тракторҙарында прицепщик булып хеҙмәт юлын башлай.

Уңыш йыйыу башланыуға комбайнёр ярҙамсыһы итеп күсерелә. Шул уҡ колхозда уңыш йыйыу, артабан техника йүнәтеү эштәрендә ҡатнаша.

19471950 йылдарҙа комбайнёр булып эшләй.

1956 йылда Бөрө ҡалаһында 11-се ауыл хужалығын механизациялау училищеһында механизатор–комбайнёрҙар курсын тамамлағандан һуң хеҙмәт резервтары тресы йүнәлтмәһе менән Әбйәлил районы «Урал» совхозына эшкә килә.

19651967 йылдарҙа Әлмөхәмәт бүлексәһенең трактор бригадаһында,

1965 - 1984 йылдарҙа һәм 1985 йылдан - Үҙәк бүлексә тракторсыһы булып эшләй.

1978 йылда СКД комбайнында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә – 5 (20036 центнер).

Ленин ордены (1971), Октябрь Революцияһы (1973), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) алтын миҙалы кавалеры. «9-сы, 10-сы, 11-се, 12-се биш йыллыҡтар ударнигы» билдәһе менән бүләкләнгән. «Москвич-412» автомобиле, 5 мотоцикл һәм башҡа ҡиммәле бүләктәр менән билдәләнгән. Әбйәлил районының почётлы гражданы<ref Ғабдрахманов Разих Ғабдрахман улы {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20220101070454/https://www.abyalil.ru/about/famous_people/detail.php?ID=9131 |date=2022-01-01 }}</ref>.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]