Ғайсина Мәрфуға Нурый ҡыҙы
Ғайсина Мәрфуға Нурый ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 29 декабрь 1911 |
Тыуған урыны | Өйҙөрәкбаш, Благовар районы |
Вафат булған көнө | 15 декабрь 1984 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тикшеренеүсе, психиатр |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғайсина Мәрфуға Нурый ҡыҙы (29 декабрь 1911 йыл — 15 декабрь 1984 йыл — ғалим-психиатр, республикала психиатрия хеҙмәтен ойоштороусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан республика психиатрия дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1937—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан психиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрфуға Нурый ҡыҙы Ғайсина 1911 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Өйҙөрәкбаш ауылында башҡорт крәҫтиәне Нурый Ғайсин ғаиләһендә (хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында) тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә алған. Урта мәктәпте Өфөлә тамамлай[1].
1936 йылда Мәскәүҙәге 1-се медицина институтын тамамлаған.
1937 йылдан Республика психиатрия дауаханаһында эш башлай.
1937 йылда ул ваҡытта Өфөлә, БДМИ-ла эшләгән билдәле профессор И. Ф. Случевскийҙың психиатрия буйынса тәүге клиник ординаторы була.
1937—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университетында) уҡыта .
1941—1945 йылдарҙа эвакогоспиталдә эшләй, бер үк ваҡытта, 1941 йылдан алып, Өфө хәрби пехота училищеһының санитария хеҙмәте начальнигы була.
Өфөләге психиатрия дауаханаһын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. И. Ф. Случевский етәкселегендә дауахана персоналы һәм сирлеләр йәйен урманда утын әҙерләй, яланда иген сәсә, йәшелсә үҫтерә. Дауаханала кейем-һалым ремонталау һәм тегеү оҫтаханаһы булдырыла, заводтар өсөн ваҡ деталдәр эшләү яйға һалына[2].
1953 йылда Мәрфуға Ғайсина психиатрия буйынса фән кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. И. Ф. Случевский менән бер рәттән Мәрфуға Ғайсинаны Башҡортостанда психиатрия хеҙмәтен ойоштороусы тип атайҙар.
1970 йылдан- БДМИ-ның психиатрия кафедраһы мөдире.
Ул эпилептология фәнни-тикшеренеү лабораторияһында әүҙем эшләй. Бер нисә йыл Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш психиатры була, республикала психиатрия дауаханалары булдырыу, психиатрия буйынса кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
1976 йылда Мәрфуға Ғайсина тәҡдиме буйынса Невропатолог һәм психиатрҙар йәмғиәтенең төбәк психотерпевттары секцияһы булдырыла. Ул һәр саҡ табиптарҙа табип этикаһы ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән клиник фекерләүҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Башҡорт дәүләт медицина институты психиатрия кафедраһында был йылдарҙа психоздар этиопатогенезында соматоген һәм шәхси факторҙарҙы клиник патогенетик тикшереү төп фәнни йүнәлеш булып тора.
1969 йылда Мәрфуға Нури ҡыҙы Ғайсина : "Бөйөр патологияһының психик патологиялағы ҡайһы бер боҙолоуҙарҙағы роле " («Роль почечной патологии в возникновении некоторых расстройств психической патологии»)темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессор М. Н.Ғайсина лекциялары һәр ваҡыт юғары һәм практик кимәл менән айырылып тора. Ауырыуҙың клиник осраҡтарын тикшереүе бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алып, тәрән анализға ҡорола.
Фәнни эшмәкәрлеге бөйөр сирҙәр, стафилоккок хроносепсисы, баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре менән бәйле нервы һәм психика боҙолоуын тикшереүгә арнала.
150-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Мәрфуға Нури ҡыҙы Ғайсина 1984 йылдың 15 декабрендә Өфөлә вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957).
- 1957 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гайсина Марфуга Нуриевна // Журн. невропатологии и психиатрии. 1985. — Т. 85, вып. 8. — С. 1264.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Магариф ГАТАУЛЛИН. О ПСИХИАТРИИ — ВСЕРЬЕЗ
- ↑ Случевские чтения 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсина Мәрфуға Нурый ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2021)
- Магариф ГАТАУЛЛИН. О ПСИХИАТРИИ — ВСЕРЬЕЗ
- Случевские чтения 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.