Случевский Измаил Фёдорович
Случевский Измаил Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1938 или 17 октябрь 1903 |
Вафат булған көнө | 21 июнь 1966 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Случевский Измаил Фёдорович (17.10.1903, Тула — 21.6.1966, Ленинград) психиатр. Медицина фәндәре докторы (1938), профессор(1943). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин ордены кавалеры (1961)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Случевский Измаил Федорович Тула ҡалаһында нәҫелдән килгән дворяндар ғаиләһендә тыуған. Измаил Фёдоровичтың атаһы Фёдор Измайлович Случевский (17.10.1875- 12.01.1911) 1895 йылда Император Александр (элекке Царское село лицейын), Петербург университетының юридик факультетын тамамлай, Тула округ судында прокурор урынбаҫары була. Әсәһе — дворян нәҫеленән Мария Захаровна Деменко (1879—1966), ул йорт һәм балалар ҡарай(Ул бик оҙон ғүмерле була, 87 йәштә, Измаил Фёдоровича вафат булғандан һуң бер нисә ай үткәс үлә). [2) Бер аҙҙан ғаилә Керчь ҡалаһына күсенә. 1911 йылда, Керчь ҡалаһында Федор Измайлович көтмәгәндә үлеп китә[2] .
Мария Захаровна балаларын алып, Петербургҡа, туғандары янына күсеп бара. 1912 йылда туғыҙ йәшлек Измаил приготовительный класс школы К.Май мәктәбенең әҙерлек класына инә. Измаил менән бер ваҡытта был шәхси мәктәптә театр рәссамы Николай Александрович Бенуа (1901—1988), геолог, профессор Виталий Владимирович Доливо-Добровольский (1902—1971), техник фәндәр докторы Фридрих Фридрихович Дидерихс (1902- ?), рәссам, герпетолог Борис Владимирович Пестинский (1901—1943), библиограф Владимир Сергеевич Люблинский (1903—1968), филолог, филология фәндәре докторы Лев Борисович Модзалевский (1902—1948), палеонтолог, Белоруссия Фәндәр Академияһы академигы Александр Васильевич Фурсенко (1903—1975), тарихсы, профессор Павел Павлович Щеголев (1903 −1936) һәм башҡалар уҡығандар [4][3].
1915 йылда гимназияның икенсе класын тамамлағас, Измаил Фёдорович Орёлдағы Бахтин кадет корпусына ҡаҙан иҫәбенә уҡырға инә. Случевскийҙар был ваҡытта Васильевский островта ҙур булмаған фатирҙа йәшәй. 1918 йылда корпус бөтөрөлгәс, Измаил Случевский Ливныҙағы 2-се баҫҡыс хеҙмәт мәктәбендә уҡыуын дауам итә, 1919 йылда уны тамамлай.
1918 йылда Орёл губернаһы Ливны өйәҙе Успенский башҡарма комитетында эш башҡарыусы булып эшләй. 1919 йылда —Орёл губернаһы Ливны ҡала хужалығының торлаҡ бүлеге секретары.
1920 йылдың ғинуарынан —Орёл өлкәһе Ливны 52-се Берләштерелгән Эвакуацион госпитале санитары. 1920 йылдың июленән Ҡыҙыл Армия ла— Кавказ фронтының 26-сы квартир районы коменданты.
1921 йылда Измаил Фёдорович Петроградҡа ҡайта һәм Беренсе медицина институтына уҡырға инә. Петроградта тормош был ваҡытта бик ауыр, аслы-туҡлы була. Измаил әсәһе менән һеңлеһе өсөн ышаныслы ярҙамсы була, уҡыуҙан бушаған арала Петроград губернаһы Ҡулланыусылар коммунаһының транспорт бүлеге хисапсыһы , 1923 йылдан—Центросоюз дауаханаһында шәфҡәт күрһәтеүсе булып эшләй[2].
1925 йылыдың 1 октябрендә Измаил Фёдорович И. М. Балинский исемендәге психиатрия дауаханаһында эшләй башлай. Был дауаханала психиатрия кафедраһы мөдире Пётр Александрович Останков Измаил Фёдоровичҡ өсөн уҡытыусы ғәна булмай, хатта атаһын да алмаштыра .
П. А. Останков психиатрия кафедраһында студенттарҙың фәнни йәмғиәтен ойоштороусы була, был эште алып барыуҙы ул Измаил Фёдорович Случевскийға тапшыра. Был йәмғиәттә шөғөлләнгән П. А. Останковтың студенттары һуңыраҡ ҙур ғалим- психиатрҙар булып китә.
П. А. Останковтан тыш Измаил Случевскийҙың ғалим булараҡ формалашыуында И. П. Павлов һәм В. М. Бехтерев ҙур роль уйнай . Институттың икенсе курсынан башлап, Измаил Фёдорович В. М. Бехтеревтың «рефлексология» буйынса лекцияларын тыңлай, уның менән фәнни тикшеренеүҙәр мәсьәләре буйынса аралаша ала . 1926 йылда 1-се Ленинград медицина институтын тамамлағандан һуң, Измаил Случевский психиатрия кафедраһының штаттағы аспиранты була, шунан клиник кафедраларҙа аспирантуралар ябылыу сәбәпле, психиатрия клиникаһында практикант булып ҡала. 1927 йылдың көҙөнән профессор П. А. Останковта психиатрия кафедраһының штаттан тыш ассистенты итеп һайлана[2].
1928—1931 йылдарҙа Случевский "Павлов шаршамбылары"нда ҡатнаша. Бер үк ваҡытта Ленинград һәм Ленинград өлкәһе психиатрия дуаханаларында (Балинский исемендәге, Форель исемендәге, Колмовскаялағы, 2-се психиатрия дауаханаһында , П. П. Кащенко исемендәге дауаханала) эшләй, ҡаланың бер нисә районында район психиатры һәм район наркологы вазифаларын башҡара. 1926 йылдан Ленинград мәжбүри дауалау психиатрия дауаханаһы суд-психиатрия экспертизаһы консультанты булып хеҙмәт итә. Измаил Фёдорович өсөн психитария эш енә түгел уның яратҡан шөғөлөнә , уның яҙмышын билдәләгән йүнәлешкә әйләнә[3].
Фәнни йәмғиәттең эшен етәкләгән осорҙа Случевский үҙенең буласаҡ ҡатыны Любовь Борисовна Мартынованы (1902 — 18.11.1935) осрата. Любовь Борисовна Мартынова Ырымбур һәм Пенза губерналарында йәшәгән дворян Мартыновтар (М. Ю. Лермонтов менән бәйле тарихтан билдәле) нәҫеленән була. Любовь Борисовнаның атаһы— Борис Сергеевич Петербург университеты профессоры була,әсәһе бала тапҡанда үлеп ҡала. Любаны тыуғандан алып, өсләһәе менән олатаһы ҡарап үҫтерә, уларҙы ҡыҙ үҙ ата-әсәһе кеүек итеп күрә, атаһы Борис Сергеевичты ла ярата.
Измаил Фёдорович менән Любовь Борисовна 1930 йылда өйләнешә, егеттең әсәһе менән һеңлеһенә уның кәләше оҡшамай. 1931 йылдың 20 авгусында уларҙың улдары тыуа, олатаһы хөрмәтенә уны Фёдор тип атайҙар[2].
1933 йылдан Измаил Фёдорович Любовь Борисовна менән бергә Сиворицылағы П.КП.Кащенко исемендәге 4-се Ленинград психиатрия дауаханаһына тәғәйенләнә. Был дауахана уға нигеҙ һалған, бында 1907 −1918 йылдарҙа эшләгән күренекле психиатр Петр Петрович Кащенко исемен йөрөтә [2].
1909 йылда асылған дауахана үҙ дәүере өсөн алдынғы учреждение була. Ауырыуҙар өсөн яҡшы шарттар булдырыла, уларҙы бик һәйбәт ашаталар. 1913 йылда Петербург земствоһын өлгөлө дауахана булдырған өсөн алтын миҙал менән бүләкләйҙәр.
Дауаханала билдәле психиатрҙар— табиптар һәм ғалимдар И. Е. Кашкаров, А. С. Чистович һәм башҡалар эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, немец ғәскәре Ленинградты алырға ынтылғанда, оккупанттар дауаханалағы 900 пациентты, яралы 400 әсир ҡыҙыл армеецты һәм бер нисә табипты юҡ итә. Дауаханала немецтар үҙ яралылары өсөн госпиталь булдыра.
Случевскийҙар эшләгн осорҙа П. П. Кащенко исемендәге 4-се Ленинград Психиатрия дауаханаһында ҙур фәнни һәм тикшеренеү эштәре бара. Был йылдарҙа совет психиатрияһы нигеҙе һалына. Измаил Федорович дауахана нигеҙендә фәнни-тикшеренеү институтын булдырыуҙы юллай. Бында «Труды Ленинградской психиатрической больницы им. П. П. Кащенко» йыйынтыҡтары сыға башлай, И. Ф. Случевский ғалимдар араһында билдәлелек яулай [2][3] .
1935 йылдың 18 ноябрендә Любовь Борисовна Случевская үпкә туберкулезынан вафат була.
Измаил Фёдорович, ауырлыҡтарға ҡарамай, улын яңғыҙы тәрбиәләй, башҡаса ул өйләнмәй.
1935 йылда И. Ф. Случевскийға барлыҡ фәнни эштәрен барлап, медицина фәндәре кандидаты фәнни дәрәжәһе бирелә [7].
Өфөлә эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылда Измаил Федорович Башҡорт дәүләт медицина институтының психиатрия кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә, бында ул 1946 йылға тиклем эшләй. Кафедра Башҡортостан республика психиатрия дауаханаһы нигеҙендә булдырыла, 1969 йылда Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты асылғанға тиклем ул республикала берҙән-бер ошондай дауахана була. Өфөлә Случевскийға фәнни эштәр менән генә түгел , ойоштороу эштәре менән дә шөғөлләнергә тура килә. Быналарҙы ремонтлау, сирлеләрҙе дауалау өсөн кәрәкле бөтә шарттарҙы ла булдырыу кеүек эштәр ҙә уның өҫтөндә була. Измаил Фёдорович берҙәм коллектив туплай ала, яңы бүлек аса, лаборатория булдырып, унда фәнни тикшеренеүҙәр башлай. И. Ф. Случевскийҙың Өфөлә клиник ординатураға алған тәүге табибы- Ғайсина Мәрфуға Нури ҡыҙы, бер нисә йылдан М.Ғайсина Башҡорт АССР-ының баш психиатры , профессор булып китә[4].
Измаил Фёдорович Өфөлә Советтар Союзындағы тәүге эпилепсияны өйрәнеү буйынса фәнни-тикшеренеү лабораторияны аса. 1938 йылда ул «К патогенезу эпилептического припадка» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1939 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә. 1939 йылдан ул бер үк ваҡытта К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының психология кафедраһы мөдире лә була.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Случевскийға сирлеләрҙе дауалау менән генә шөғөлләнергә тура килмәй. Уның етәкселегендә дауахана хеҙмәткәрәҙре һәм сирлеләр ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй, иген һәм йәшелсәләр үҫтерә. Дауаханала армия өсөн кейем тегеү һәм йүнәтү оҫтаханаһы булдырыла. Ҡышҡыһын хеҙмәткәрҙәр сирлеләр менән бергә вагондар бушата, тимер юлды ҡарҙан таҙарта. Ошондай тырышлыҡ һөҙөмтәһендә ҡышын дауаханала йылы була, ә сирлеләр ас ҡалмай.
Дауахана һәм кафедра коллективы һуғыш алдынан һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа эпилепсияны дауалауҙа, ә һуғыш осоронда— хәрби экспертиза, баш мейеһе йәрәхәттәре, һуғыш ваҡытындағы нервы һәм психик сирҙәр өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшә, дауаханала яңы, тиҙерәк файҙа килтерә торған методтар тәҡдим ителә, мәҫәлән, баш йәрәхәттәре алғандарҙың телмәр, ишетеү һәләтен тиҙ тергеҙеү өсөн ҡулланылған ысул ябай була һәм бик тиҙ кеше мейеһенең был функцияларын ҡайтанан тергеҙә. Был методты тиҙ арала фронтта ҡуллана башлайҙар (венаға киң таралған матдә ебәрелә). Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфө невропатология һәм психиатрия буйынса илдәге иң көслө фәнни үҙәктәрҙең береһенә әүерелә, бында башҡа ҙур ҡалаларҙан һәм баш ҡаланан фәнни хеҙмәткәрҙәр эвакуациялана.
1944 йылда ҙур уңыштарға өлгәшкән психиатрия дауаханаһы коллективын БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы менән бүләкләй. Баш табип профессор И. Ф. Случевский, баш табип урынбаҫары Е. Н. Короткова «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ була .
1944 йылда И. Ф. Случевскийға РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы исеме бирелә. Башҡорт дәүләт медицина институты Ғилми Советы Измаил Фёдоровичты СССР Медицина фәндәр академияһының (АМН СССР) мөхбир ағзаһы дәрәжәһенә тәҡдим итә [2] [5].
Мәскәүҙә һәм Ленинградта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946—1947 йылдарҙа Измаил Фёдорович Мәскәүҙә СССР МФА (АМН) эксперименталь психиатрия һәм психоздар терапияһы клиникаһының етәксеһе булып эшләй. Институттың етәксеһе билдәле ғалим В. А. Гиляровский була. Институт хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән, Измаил Фёдорович, һуғыш осоронда тупланған тәжрибәне өйрәнә. Бер үк ваҡытта Случевский СССР МФА клиникаһында экспертиза һәм консультация секторы мөдире була. Профессор Мәскәүҙәге уңыштарына ҡарамай, Ленинградҡа ҡайтырға хәл итә, Мәскәүҙә иң ҙур ҡыйынлыҡ- фатир булмай, уға көн дә эшкә Мәскәү янындағы ҡаланан йөрөргә тура.
1947 И. Ф. Случевский Ленинградҡа ҡайта, ГИДУВ-та психиатрия кафедраһын , һуңыраҡ Хәрби -Медицина академияһында психиатрия кафедраһын етәкләй. 1950 йылдан бер үк ваҡытта суд психиатрияһы кафедраһы профессоры ла була[6].
Измаил Фёдорович −133 фәнни эш һәм психиатрия дәреслеге авторы (1957). Случевскийҙың фәнни эшмәкәрлеге эпилепсия, шизофрения, инфекцион психоздар, хроник алкоголизм, сурдомутизм патогенезына, уларҙы дауалау методтарын уйлап сығарыу һәм башҡа медицина психология, суд медицина экспертизаһы психиатрияһы мәсьәләләренә арнала[2].
Измаил Фёдорович Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй һәм Ленинград психиатрҙары фәнни йәмғиәте идараһы ағзаһы итеп һайлана, «Невропатология и психиатрия им. С. С. Корсакова» журналы редколлегияһы ағзаһы, Ҙур Медицина Энциклопедияһының «Психиатрия» бүлеге редакторҙарының береһе була[2, 7].
Ленинградҡа күскәндән һуң Измаил Федорович әсәһе һәс һеңлеһе менән Сестрорецк ҡалаһында йәшәй, 1960 йылдан Выборг яғында.
Профессор И. Ф. Случевский 11 доктор, 43 медицина фәндәре кандидатын әҙерләгән.
Ауыр сирле булыуына ҡарамаҫтан, ғүмеренең аҙағынаса эшләй, мәҡәләләр редакторлай, рецензиялар яҙа.
1966 йылдың 21 июнендә ашҡаҙан яман шешенән вафат була. Ленинградта (Санкт-Петербург) Серафимовское зыяртнда ерләнгән[3].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1961 йыл- Ленина ордены, 1943 йыл— «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» «За победу над Германияны еңгән өсөн», «Бөйөк Ватан осоронда фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалдары
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы- Федор Измаилович Случевский (юрист), әсәһе- Мария Захаровна Деменко. Ҡатыны- Любовь Борисовна Мартынова (1903—1935) — табип- психиатр.
Улы-Федор Измайлович Случевский (1931—1993) — табип-психиатр, Ленинград санитария һәм гигиена медицина институтында психиатрия кафедраһы мөдире була[7].
Ейәнсәре- Софья Федоровна Случевская (16.11.1972-31.08.2015) — кандидат медицин фәндәре кандидаты, И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университетының психиатрия һәм наркология кафедраһы ассистенты , Гериатрия үҙәгенең психиатрия бүлеген ойоштороусыларҙың береһе, 1999 йылдан «Альцгеймер ассоциацияһы» Президенты; репрессияларҙан зыян күргәндәр өсөн Реабилитация үҙәген ойоштороусыларҙың береһе, уның медицина буйынса директоры була (2000) [8].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Психиатрия.- Л.: Медгиз, 1957;
- Современные вопросы военной психиатрии.- Л., 1962;
- Краткое пособие по невропатологии и психиатрии для военных врачей.- Уфа, 1942.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. И. Е. Иванченко. Родов связующая нить: хроника русских семей в документах, фотографиях, дневниках, воспоминаниях и в эпистолярном наследии. Санкт-Петербург : Алетейя : Историческая книга, 2011.
2. Шамрей В. К., Чудиновских А. Г., Случевская С. Ф. «Измаил Федорович Случевский. К 100-летию со дня рождения». СПб, 2003.
3. Газета «Голос Крыма» от 14 января 1911 г.
4. Н. В. Благово Школа на Васильевском острове. Часть I. СПб, Анатолия. 2013.
5. Адресный справочник «Весь Петербург» 1915 г. С.606
6. «Ленинградская правда» от 20 ноября 1935 года.
7. И. Е. Иванченко. Голоса нашей памяти. Издательско-полиграфический центр Санкт-Петербургского политехнического университета, СПб, 2017 г., с.34 8. Использованы материалы статьи М. Т. Валиева (Санкт-Петербург) и И. Е. Иванченко (Нарва). «М. Т. Валиев, И. Е. Иванченко. Биографическая страничка: Измаил Фёдорович Случевский URL: http://www.kmay.ru/sample_pers.phtml?n=2880 (дата обращения 15.11.2019)»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Шамрей В. К. Измаил Федорович Случевский. К 100-летию со дня рождения / В. К. Шамрей, А. Г. Чудиновских, С. Ф. Случевская. — СПб.: «Образование-Культура», 2003. — 192 с.
2. Творческий путь Измаила Федоровича Случевского // Проблемы психиатрии. Юбилейный сборник, посвященный 60-летию со дня рождения профессора И. Ф. Случевского. — Л.: «Медицина», 1964. — С. 3-8
3. Проблемы психиатрии. Сборник научных трудов посвящен светлой памяти профессора И. Ф. Случевского. — вып. 2. — Л.: ГИДУВ., 1967—416 с.
4. Измаил Федорович Случевский. Некролог // Журнал невропатологии и психиатрии им. С. С. Корсакова. — 1966. — том. 66, вып. 11. — С. 1740.
5. Иванченко И. Е. Родов связующая нить. Хроника русских семей в документах, фотографиях, дневниках, воспоминаниях и в эпистолярном наследии. — СПб.: Алетейя, 2011. — 640 с.
6. Кофман И. С. Измаил Федорович Случевский (биографическая справка)/ И. С. Кофман, В. А. Некрасов // Санкт-Петербургская психиатрическая больница св. Николая Чудотворца. К 140-летию. Том I. История. — СПб: "Издательско-полиграфическая компания «Коста», 2012. — С. 562.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Случевский Измаил Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Случевский Измаил Федорович 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 М. Т. Валиев, И. Е. Иванченко. Биографическая страничка: Измаил Фёдорович Случевский
- ↑ История кафедры 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ "История кафедры"
- ↑ Три поколения 2012 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Три поколения