Ғайсин Хәсән Нәзир улы
Ғайсин Хәсән Нәзир улы | ||||||||||
![]() | ||||||||||
Тыуған ваҡыты |
8 май 1908 йыл | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Ҡарай ауылы, Өфө губернаһы[1] | |||||||||
Үлгән ваҡыты |
12 август 1991 йыл | |||||||||
Вафат урыны |
Ҡарай ауылы Күмертау районы, Башҡорт АССР-ы[1] | |||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||
Ғәскәр төрө |
пехота | |||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||||||
Хәрби звание |
![]() | |||||||||
Часть |
1-се Прибалтика фронты 51-се армия 204-се уҡсылар дивизияһының 700-се уҡсылар полкы | |||||||||
Командалыҡ итеү |
пулемёт расчёты | |||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| |||||||||
Отставкала |
колхозда эшләгән |
Ғайсин Хәсән Нәзир улы (8 май 1908 йыл — 12 август 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәсән Нәзир улы Ғайсин Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Ҡарай ауылында[1] 1908 йылдың 8 майында тыуған. 1931—41 йылдарҙа Көйөргәҙе районының В. М. Молотов исемендәге колхозында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, 1945 йылда демобилизациялана һәм крәҫтиән хеҙмәтенә тотона. 1968 йылға тиклем Күмертау районының В. И. Молотов исемендәге колхозында һәм Мораптал тоҡомсолоҡ совхозында эшләй.
1991 йылдың 12 авгусында тыуған ауылы Ҡарайҙа ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Тыуған ауылында уға һәйкәл ҡуйылған.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың 7 ғинуарында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Шул уҡ йылдың 20 июленән фронтта, сержант дәрәжәһендә 51-се армияның 204-се уҡсылар дивизияһының 700-сө уҡсылар полкының пулемёт расчётына етәкселек итә.
Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә[3].
Герой исеменә 51‑се армия 204‑се уҡсылар дивизияһы 700‑сө уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры сержант Ғайсин 1944 йылдың 19 июне — 6 авгусында Белорус ССР‑ы Витебск, Суйково, Литва ССР‑ы Подскрапишка, Расчинаи һәм Скопишкис торама пункттары өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була[4][5].
1943 йылдың февралендә Воронеж фронтында Үрге Михайловка ауылы өсөн барған һуғышта ул үҙенең пулемёты менән дошмандың батальонға яҡын көсөн юҡ итә һәм фашистарҙың барлыҡ контратакаһын кире ҡаға. Витебск янындағы һуғышта дошмандың бер нисә тиҫтә һалдатын юҡ итә. 1943 йылдың 5 мартында Харьков өлкәһендәге һуғышта 76-сы орудие менән командалыҡ итә, дошман танк һөжүмен кире ҡаға, бер танкты юҡ итә. 1944 йылдың 1 майынан 2-һенә ҡарай төндә Витебск өлкәһе Степаньков ауылы янында фланг пулемёт утынан дошман ҙур юғалтыуҙарға дусар була, «иптәш Ғайсин 13 дошман һалдатын юҡ итә».
51‑се армия 204‑се уҡсылар дивизияһы 700‑сө уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры сержант Ғайсин 1944 йылдың 19 июне — 6 авгусында Белорус ССР‑ы Витебск, Суйково, Литва ССР‑ы Подскрапишка, Расчунай һәм Скопишкис торама пункттары өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
1944 йылдың 24 июнендә, һөжүм итеүсе пехотаға ярҙам итеп, танк пулемёты уты менән дошмандың оборонаһын өҙгәндә, бер көндә 40 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Икенсе көндө Витебск өлкәһе Суйково торама пункты янында, танкылар ярҙамында дошман пехотаһының контратакаһын кире ҡағып, яраланыуы арҡаһында икенсе номерҙы юғалта, әммә атышты туҡтатмай һәм бер үҙе бер көндә 100-ҙән ашыу дошман һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың июль һәм авгусында Литваның Скопишкис һәм Расчунай ауылдары янында пулемёт уты менән дошмандың контратакаһын туҡтата, ике алыш барышында дошмандың 90-ға яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 6 августа Подскрапишка ауылы (Литва) янында 357-се уҡсылар дивизияһы эләккән ҡамауҙы йырыу маҡсатында танк десантында ҡатнаша. Операция барышында танк броняһында десант төркөмөн етәкләй, дошмандың ике 75-се орудиеһын ҡулға төшөрә һәм, уларҙы дошман яғына бороп, 25 снаряд менән 80 немец һалдатын һәм офицерын ҡыра. Шул уҡ көндө автомат уты менән бер үҙе һигеҙ дошман һалдатын юҡ итә.
[6].
1944 йылда партия сафына ҡабул ителә. 1944 йылдың июнендә Витебск янында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, Латвиялағы һуғыш барышында, икенсе номерын юғалтҡандан һуң, тәүҙә пулемёттан бер үҙе ут алып барғаны, ә пулемёт сафтан сыҡҡас, снаряд шартлауы арҡаһында контузия алыуына ҡарамаҫтан, автоматтан дошманға ут алып барыуын дауам иткәне һәм 15 дошман һалдатын юҡ иткәне өсөн октябрҙә III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була. 1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Хәсән Нәзир улы Ғайсинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[8]
- Ленин ордены (24.03.1945)
- 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[9]
- 3‑сө дәрәжә Дан ордены (07.12.1944)[10]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (11.07.1944)[11]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылындағы Батырҙар скверында батырға һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Хәҙерге Көйөргәҙе районы, Башҡортостан.
- ↑ Гайсин Хасан Назарович
- ↑ Гайсин Хасан Назарович
- ↑ Подвиг. Гайсин Хасан Назарович
- ↑ Гайсин Хасан Назарович
- ↑ Подвиг. Гайсин Хасан Назарович
- ↑ Подвиг. Гайсин Хасан Назарович
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр.. — Минск, 1984.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 2. — Уфа, 1966.
- Ганиева, Т. Батыры рождаются за горой Калмырза [Текст] / Тамара Ганиева // Панорама Башкортостана. -2010. -№ 2. – С. 37.
- Розметова, А. Славный век Хасана Гайсина [Текст] / А. Розметова // Куюргаза.- 2008. -8 мая.
- Кокорина, JI. Необычные судьбы обычных людей [Текст] / Л. Кокорина //Неделя.- 2007.- 15 мая.
- Нугуманова,Э. И пуля боится, и штык не берет [Текст] /Э. Нугуманова, К. Солдатова // Время.- 2005.- 19 апр.
- Шагманов, Т. Боевой счет к врагу Хасана Гайсина [Текст] / Т. Шагманов // Куюргаза.- 2005.- 28 апр.
- Куюргазинцы в годы Великой Отечественной войны [Текст] / ред. совет. Г. Н. Басов, Т.А. Ганиева. А. Г. Низамов // Земля Куюргазинская: Время, события, люди.-Кумертау.ДГТ., 2005,- С. 121.
- Гайсин Хасан Назирович. [Текст]: справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. // Подвиги их бессмертны 1941- 1945гг. – Уфа: Китап,2000. – С.68.
- Султанов, М. Верность слову [Текст]: Богатыри земли / М. Султанов // Путь Ильича.- 1990.- 9 мая.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайсин Хасан Назарович
- Подвиг. Гайсин Хасан Назарович
- Ғайсин Хәсән Нәзир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2023)
- Ғайсин Хәсән Нәзир улы . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2010)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Көйөргәҙе районында тыуғандар
- Көйөргәҙе районында вафат булғандар
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Көйөргәҙе районы