Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы
Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 15 март 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Аҫҡар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | СГПИ[d] |
Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы (15 март 1957 йыл — мәғәриф өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе. Бөрйән «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе. 2016 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған.
1972 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбендә һигеҙ класс тамамлай.
1972—1976 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый һәм махсус урта һөнәри белем ала.
1977—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә уҡый.
Диплом буйынса махсус һөнәре: башланғыс кластар уҡытыусыһы. Өҫтәмә квалификацияһы: Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусыһы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф системаһында үтә.
1994 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2009 йылда Бөрйәндә «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубын ойоштора. 2015 йылдан ойошма «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы исемен йөрөтә.
- 2014 йылдан алып коммерцияға ҡарамаған «Ағинәй» төбәк-ара мәҙәни, социаль, рухи үҫеш йәмәғәт ойошмаһының Бөрйән районындағы филиалы етәксеһе итеп һайлана.
Конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны (2014);
- «Башҡорт балы — Бөрйән даны» халыҡ-ара этнофестивале (2014, 2016, 2017);
- Инвалидтар араһында Спартакиада (2016);
Уның тураһында матбуғат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөрөҫ юлдан барған тәрән зиһенле ҡатын
- «Ҡораматуй» Бөрйән ерендә
- «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы
- Вики-өләсәйҙәр ҡурсаланыу ваҡытын нисек үткәрә
- Бөрйән районында сергетыш эшләү технологияһы
- ДОНЪЯБЫҘҒА ИНҺЕН ҠОТ 2022 йыл 30 июнь архивланған.
- Күҙ яуын алырлыҡ күргәҙмә!
- Ҡорамалар ҡорай инәйҙәр
- Клуб народного творчества по лоскутному шитью «Кәрәҙ»
- Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлеге тулылана
Мәҡәләләре һәм сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли педагогик форум. «Башҡорт һәм сит телдәрҙә ор /өр тамырлы һүҙҙәрҙең уртаҡлығы»
- Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ.
- «Урал батыр» эпосында йога тәғлимәте.(недоступная ссылка)
- СЕРГЕТЫШТЫҢ СЕРЕ
- КЕШЕЛЕКТЕҢ ИҢ БОРОНҒО ЮЛДАШЫ УЛ ТАШТАР
- Тағы ла ут-ялҡын тураһында
- Выступления Вики-бабушек БашВики на Вики-конференции в Москве. 2017
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Р. Х. Ғизәтуллина. Йәншишмә ҡайҙан башлана?. — Өфө: Китап, 2013. — 184 с. — ISBN 978-5-295-05880-6.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994)
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы (2020)