Ишкинин Ғилман Ғирфан улы
Ғилман Ғирфан улы Ишкинин | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Иҙәш ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
башҡортса |
Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26 ғинуар 1965 йыл — 5 февраль 2011 йыл) — башҡорт шағиры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилман Ғирфан улы Ишкинин 1965 йылдың 26 ғинуарында БАССР-ҙың Ейәнсура районында Иҙәш ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире булып эшләй.
2011 йылдын 5 февралендә Ейәнсура районына ҡайтып барғанда, Туйымбәт ауылы янында юл-транспорт фәжиғәһендә һәләк була.
Ейәнсура районында йәш шағир һәм сәсмә әҫәр оҫталары өсөн Ғилман Ишкинин исемендәге премия булдырылған.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилман Ғирфан улы лирик шиғырҙар яҙа. Унын «Ямаулыҡтар» исемле поэма йыйынтығы беренсе булып баҫылып сыҡҡан.
1997 йылда «Ҡалҡаным бул!» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.
Ғилман Ғирфан улы 2002 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән шиғриәт фестивалендә беренсе урынды яулай.
«Мин ҡомары ташҡан бер һунарсы» исемле шиғырҙары «Ағиҙел» журналында баҫтырыла (2004.- № 11).
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалҡаным бул!// Шаңдау; шиғырҙар йыйынтығы.- Өфө:Китап, 1997.
- Ямаулыҡтар: шиғырҙар.- Өфө: Китап, 2007.- 224.
- Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ, аралар, ай, йыраҡ. Өфө, 2015.
Әҙип тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандын шиғриәт антологияһы. Быуаттар шауҡымы./ Ишкинин Гильман.- Уфа: Китап, 2007.- 437—439 бит.
- Ишмөхәмәтов Ғ.Х. Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә ҡар болото кеүек ауғым килде// Ейәнсура таңдары.- 2011.-№ 27.
- Ҡунысбаева Н. М. Ҡайҙа ла беренсе ине// Ейәнсура таңдары.- 2011.- № 27.
- Ҡунысбаева Н. М. Шиғырҙарынан моң тама // Ейәнсура таңдары.- 2008.- 24 ноябрь.
- Түләк Р. Йырлы йәндә ҡояш байымай….- Өфө: Китап, 2010.
- Түләк Р. Мәңге ябыҡ ишек шығырламай: ҒГ.Ишкинин[Текст] / Р. Түләк // Башкортостан.- 2006.- № 169.
- Ураҙғолов Р. Күңеле гөл-баҡса ине..//Йәшлек.- 2011.-8 февраль.
- Яҙыусыға өс һорау: Ғ.Ишкинин[Текст] //Йәшлек.- 2006.- № 24.
- Абдуллина Л." Аптырама, һылыуым…"// Йәшлек.-2011.- 8 февраль.
Өҫтәлмә мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилман Ишкининдың шиғырҙары образлы сағыштырыу, тәрән фәлсәфә менән һуғарылған.
Һәр бер һүҙе поэмаға торошло, ти ижадташ дуҫтары уның хаҡында.
Уның афоризмдары башҡорт зыялылары араһында киң популярлыҡ яулай, уларҙы интернет ҡулланыусылар ҙа яратып уҡый.
Ғилман Ишкининдың тыуыуына 50 йыл тулыуға арнап бер төркөм йәштәр «Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ, аралар, ай, йыраҡ…» тип исемләнгән шиғри йыйынтыҡ баҫтырып сығарҙы. Әйткәндәй, ул «Сыңрау торна» исемле өр-яңы серияның тәүге баҫмаһы.
Ғилман Ғирфан улының шиғырҙарына йырҙар ижад ителеүе лә ижадсының исемен мәңгеләштереүгә ҡарата яһалған бәләкәй генә бер аҙым.