Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы
Мансаф Ғиләжев | |
Исеме: |
Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Саҡмағош районы Иҫке Бәшир ауылы |
Вафат булған көнө: |
13 октябрь 2021 (88 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡ. |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: | |
Жанр: |
журналистика һәм проза |
Дебют: |
"Осрашыу кисәһе" (1974) |
Наградалары: | |
Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы (17 май 1933 йыл — 13 октябрь 2021 йыл) — журналист һәм яҙыусы. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1986 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Ғилемдар Рамаҙанов (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мансаф Тажетдин улы Ғиләжев 1933 йылдың 17 майында Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауыл советына ҡараған Сәрмәсән йылғаһы буйындағы Яңы Йомран ауылында тыуған. Күрше Яңы Ҡалмаш ауылында тулы булмаға урта мәктәптә белем алғас, 1947 йылда Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбенә уҡырға китә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Алдар ауылында башланғыс мәктәптә мөдир булып эшләй. Өс йыл армия сафтарында хеҙмәт итә. Ҡырғыҙ далаларында осоусылар мәктәбендә уҡый. Офицер погондарын һалғас, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, һәм 1960 йылда тамамлай.
Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Башҡортостан телевидениеһында мөхәррир, өлкән мөхәррир, баш мөхәррир вазифаларын башҡарып үтә. 1984 йылда Мансаф Ғиләжевты Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә күсерәләр. Унда дүрт йылға яҡын баш мөхәррир булып эшләй. Ул — 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты,
- Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://search.rsl.ru/en/record/01008276187
- http://www.uchbash.ru/attachments/479_Uch.Bash_931_04_09_13.pdf
- Журналист, яҙыусы Мансаф Ғиләжев арабыҙҙан китте.
- В Уфе простились с известным журналистом и писателем Мансафом Гилязевым 2022 йыл 19 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 август 2022)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 17 майҙа тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- 13 октябрҙә вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Саҡмағош районында тыуғандар
- Башҡортостан шағирҙары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК