Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы
Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 6 февраль 1879 |
Тыуған урыны | Таймый ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 февраль 1954 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме |
Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы (6 февраль 1879 йыл — 9 февраль 1954 йыл) — башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәбделәхәт Фазлый улы Вилданов 1879 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Таймый ауылында тыуған.
1899 йылдан алып Турғай өлкәһе мәктәптәрендә, Ғәлекәй мәҙрәсәһендә (Ырымбур ҡалаһы янындағы Сәйет биҫтәһе), 1906 йылдан алып Мерәсем башҡорт училищеһында (Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе) уҡыта.
1912 йылда Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлай.
1914 йылдан алып Үрге Ҡыйғы башҡа милләттәр өсөн китапхана (Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе) мөдире.
1919—1921 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк төбәк музейының бүлек мөдире, 1927—1931 йылдарҙа мөдире.
1921—1923 йылдарҙа Америка ярҙам администрацияһы Дыуан-Ҡошсо кантоны һәм Күҙәй кантоны буйынса баш инспекторы, бер үк ваҡытта 1922 йылдан алып Академүҙәктең методика бүлеге мөдире, 1924 йылдан — «Белем» журналы мөхәррире, бер үк ваҡытта 1924—1925 йылдарҙа Өфө 2-се баҫҡыс мәктәбе уҡытыусыһы.
1925 йылдан — Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендәге башҡорт телен ғәмәлгә индереү комиссияһы инструкторы. 1936 йылдан Йоматау умартасылыҡ техникумында эшләй. Шул йылда репрессиялана.
1939 йылда азат ителә.
1954 йылда Өфөлә вафат була.
1989 йылда аҡлана.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғ. Ф. Вилдановтың ғилми эшмәкәрлеге башҡорттарҙың фольклорын, этнографияһын, шул иҫәптән туй йолаларын өйрәнеүгә, башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрен тикшереүгә бәйле. «Башҡорт йомаҡтары» (1927) йыйынтығын төҙөүсе, «Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр» (1924) китабы авторҙарының береһе. «Башҡорт теле методикаһы» (1924), «Башҡорт теленең грамматикаһы» (1925) хеҙмәттәренең авторҙашы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төрөк халыҡтарының донъяға боронғо дини ҡараштары. // Башҡорт аймағы. 1926. № 2;
- Башҡорттарҙа сеңләү. // Шунда уҡ. 1927. № 3;
- Башҡорт йомаҡтары. — Өфө, 1927.;
- Башҡорт этнографияһы материалдары. // Башҡорт аймағы. 1928. № 6;
- Термины по делопроизводстау. — Уфа, 1927.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)
- Ергин Ю. В. Хочу передать своему народу мой опыт и знания… // Бельские просторы. 2004. № 2.