Ғәбдрәҡипов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡип улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Ғәбдрәҡипов Ғәбдрәүеф Ғәбдрәҡип улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1907 |
| Тыуған урыны | Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
| Һөнәр төрө | тимерсе |
| Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәбдрәҡипов Ғәбдрәүеф Ғәбракип улы (1907 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой, гвардия ҡыҙылармеецы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәбдрәҡипов Ғәбдрәүеф Ғәбракип улы 1907 йылда Башҡорт АССР-ның Өфө губернияһы Бәләбәй уезды Нарыш ауылында (хәҙерге Октябрск ҡалаһы янында) тыуа. 1941 йылда Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Дивизияның 60-сы гвардия полкы һәм 82-се миномет батареяһының тимерсеһе булып хеҙмәт итә. Дивизияның аттарын дағалау, уларҙы яуға әҙерләү уның елкәһендә була[2][1].
Нагрдалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1943йыл[3]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы,[4] 1944 йыл
Батырлығы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| ...Товарищ Габдракипов умелый и опытный ковочный кузнец 82-м минбатареи,за период боев и длительных маршей по различным дорогам от р. Висла до береглв р.Одер и Балтике показал способность и умение в рнаботе по своевременной и качественной ковке конского состава батареи. За этот период боев на всем пути тов. Габракипов собирая ковочный материал, отрывая у ног убитых лошадей,этим самым обеспечивая своевременность и качественность ковки и подготовки коня к боям... [5] |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГАБДРАКИПОВ Габдрауф Габдракипович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Габдракипов Габдрауф Габдракипович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)