Ғәбитов Азат Исмәғил улы
Ғәбитов Азат Исмәғил улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 3 май 1962 (61 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Эш урыны | Өфө дәүләт нефть техник университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт нефть техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәбитов Азат Исмәғил улы (3 май 1962 йыл) — ғалим-инженер-төҙөүсе. 1984 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор(2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Азат Исмәғил улы Ғәбитов 1962 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа[1]. Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың улы. 1984 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң, шунда уҡ төҙөлөш конструкциялары кафедраһында эшләй: ғилми-тикшеренеү бүлеге инженеры, аспирант, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор[2].
Фәнни тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы булыуын һәм оҙайлы эшләүен һаҡлауҙа коррозия ингибиторҙары (ацеталдәр һәм уларҙың гетероаналогтары нигеҙендә) тәьҫире механизмын өйрәнеүгә арналған. Ғәбитов металдарҙы кислоталар һәм көкөртлө водород тәьҫирендәге коррозиянан һаҡлаусы юғары эффектлы ингибиторҙар етештереү технологияһын эшләй, улар “Башнефть” АНК‑нда (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында индерелә. 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография, 12 уҡыу әсбабы, юғары уҡыу йорттарының төҙөлөш белгеслектәре өсөн дәреслектәр, 15 уйлап табыу, СССР-ҙың 12 авторлыҡ таныҡлығы һәм Рәсәй Федерацияһының 4 патенты авторы.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Итоги и перспективы в теории и практике борьбы с коррозией. Уфа, 1998;
- Современные системы защиты от электрохимической коррозии подземных коммуникаций. В 2 т. Т.1.
- Катодная защита густоразветвлённой сети подземных трубопроводов. Уфа, 1999 (авторҙ.);
- Ингибиторы коррозии. В 4 т. Т.4.
- Теория и практика противокоррозионной защиты нефтепромыслового оборудования и трубопроводов. М., 2007 (авторҙ.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Ғәбитов Азат Исмәғил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Академия наук Республики Башкортостан. Габитов Азат Исмагилович
- ↑ Габитов Азат Исмагилович 2020 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Марсель Кутлугалямов. Будьте счастливы, горцы / Т.Егошина;. — Уфа: Слово, 2000. — Т. 3. — С. 18.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәбитов Азат Исмәғил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2022)