Ғәзизов Чингиз Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзизов Чингиз Барый улы
Рәсем
Тыуған көнө 23 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Ғәзизов Чингиз Барый улы (23 октябрь 1944 йыл) — юрист, Башҡортостан Республикаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле (1996—2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1994).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чингиз Барый улы Ғәзизов 1944 йылдың 23 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Уҫманғәле ауылында тыуған. Һуғыш ваҡытында донъяға килгән улына атаһы донъяла танылған шәхес исеменән алып, башҡортлаштырмай, Чингиз тип ҡушҡан. Улы тыуған ауылында башланғыс мәктәпте, һуңынан Инйәр ҡасабаһындағы урта мәктәпте тамамлаған.

1962 йылда Чингиз Ғәзизов Белорет металлургия техникумын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Ырымбурҙа мастер-механик булып башлай.

1963 йылда армияға алынып, Хәрби Диңгеҙ Флотында хеҙмәт итә. «Мурманский комсомолец» һыу аҫты кәмәһендә 1967 йылға тиклем хеҙмәттә була.

1963 йылдан 1967 йылға тиклем Өфө эксперименталь-ремонт заводында цех технологы, өлкән мастер булып эшләй.

1968 йылда Свердловск юридик институтының Өфө факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 1972 йылда көндөҙгө бүлеккә күсеп, 1974 йылда тамамлай.

1974 йылда, юридик институтты тамамлағас, 1996 йылға тиклем Башҡортостандың прокуратура органдарында эшләй. Республика прокурорының беренсе урынбаҫары вазифаһында пенсияға сыға.

1996 йылдың 27 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай уны Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләй. 2000 йылдың 26 декабрендә икенсе мөҙҙәткә яңынан тәғәйенләнә[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы
  • «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре» билдәһе (1994)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]