Эстәлеккә күсергә

Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы Туҡаев битенән йүнәлтелде)
Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы
Тыуған ваҡыты:

14 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылы

Вафат ваҡыты:

7 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Әүҙем йылдары:

1932-1981

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1955

Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы (14 март 1909 йыл7 ноябрь 1981 йыл) — театр актёры. 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы Туҡаев 1909 йылдың 14 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.

1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (М. А. Мәһәҙиев, В. Мортазин-Иманский курсы) тамамлай.

1930 йылда һәм 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 1930—1935 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Театрҙа йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, тәбиғәт күренештәрен, предметтәрҙе һүрәтләп, импровизация һәм яңы кәүҙәләнеш алыу оҫтаһы амплуаһына эйә була, ғәжәйеп образдар ижад итә.

Өфө ҡалаһында 1981 йылдың 7 ноябрендә вафат була.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байрамғол («Ағиҙел ярында» — «На берегу Агидели» Р.Ниғмәти), Зәкирйән («Дауылға табан» — «Буре навстречу» Р. Ф. Ишмурат), Ябағаев («Айгөл иле»); рус.: Земляника («Тәфтишсе» — «Ревизор» Н. В. Гоголь), Телегин («Ваня ағай» — «Дядя Ваня» А. П. Чехов), Шадрин («Мылтыҡлы кеше» — «Человек с ружьём» Н. Ф. Погодин), Кәрим бай һәм Вафа («Башмағым»), Ҡалмантаев («Аҡ сирендәр» — «Белая сирень» Н.Асанбаев), Бальзаминов («Бальзаминовтың өйләнеүе» — «Женитьба Бальзаминова» А. Н. Островский), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955)

Өфөлә артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.