Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

4 май 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Нәсибаш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры,
Өфө «Нур» татар дәүләт театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы (4 май 1964 йыл) — театр актёры. 2003 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсимә Риф ҡыҙы Ғәйфуллина 1964 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған. Лаҡлы урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон (Ғабдулла Ғиләжев курсы) 1989 йылда тамамлағандан һуң сәнғәттә тәүге аҙымдарын Малаяҙҙағы район мәҙәниәт йортонда башлай, «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.

Артабан уны Йәш тамашасы театрына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) эшкә саҡыралар. 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында. «Айская» псевдонимы аҫтында ла сығыш яһай.

Рәсимә Ғәйфуллина күп яҡлы актёр, йырлау һәләтенә эйә. Ижадына художество һәм психологик сараларҙы талапсан, һайлап ҡулланыу хас.

Спектаклдәрҙәге төп ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кинйә («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М.А.Буранғолов, дебют, 1990, Йәш тамашасылар театры)
  • Сәрүәр («Башмағым», Т.Ғиззәт һәм Й.Фәйзи)
  • Мәүлә («Аҙашҡан күңел», М. Фәйзи)
  • Софья Хановна (Ғ. Исхакиҙың «Көҙ» повесы буйынса И.А. Мөхәмәтғәлиевтың шул уҡ исемле инсценировкаһы)
  • Жаннет («Киске табын», Мостай Кәрим)
  • Сафия («Еҙнәкәй», Х.К. Ибраһимов)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2019)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәсимә Ғәйфуллинаның юбилейына бағышланған альбом. Өфө, 2014

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]