Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы
Эльвира Хәйретдин ҡыҙы Ғәйфуллина | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Яңауыл ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (10 июнь 1950 йыл) — музыкант, хор дирижёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльвира Хәйретдин ҡыҙы Ғәйфуллина[1] 1950 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл ҡасабаһында тыуған. Атаһы Хәйретдин Ямалетдин улы Яңауыл район Советы башҡарма комитеты рәйесе, әсәһе Рабиға Ғибәҙәтулла ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире була.
Урта белем алғандан һуң, Өфөләге 2-се музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә, уны тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһының киске бүлегендә 3-сө курста дауам итә.
1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының «хор дирижеры» бүлеген (Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәне кандидаты, профессор М. П. Фоменков класы) тамамлай. 1985 йылда — Гнесиндәр исемендәге Рәсәй музыка академияһында аспирантураны (фәнни етәкселәре — СССР-ҙың халыҡ артисы, М.Глинка исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, профессор В.Минин һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Л.Попова) тамамлай.
1980 йылдан ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында хор дирижирләү кафедраһында уҡыта. 1994—2001 йылдарҙа кафедраны етәкләй. Хәҙерге ваҡытта — кафедра профессоры.
1984 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына баш хормейстер сифатында эшкә саҡыралар. Бер үк ваҡытта Екатеринбург дәүләт академик опера һәм балет театрының баш хормейстеры булып эшләй.
1995 йылда режиссёр Д.Әбсәләмова менән хеҙмәттәшлектә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балалар хор студияһын аса.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Э. Ғәйфуллина — милли, рус, сит ил классикаһының 50-нән артыҡ спектаклдәрендә хор күренеше постановкалары авторы. Иң әһәмиәтле эштәре араһында: «Трубадур», «Аида», «Травиата», «Риголетто» һәм «Дон Карлос» (Дж. Верди), «Фауст» (Ш.Гуно), «Кармен» һәм «Ынйы эҙләүселәр» (Ж.Бизе), «Кәмитселәр» (Р.Леонкавалло), «Мадам Баттерфляй» (Дж. Пуччини), «Евгений Онегин», «Пиковая дама», «Мазепа», «Иоланта» (П.Чайковский), «Кенәз Игорь» (А.Бородин), «Алеко» (С.Рахманинов), «Ҡарһылыу» (Н.Римский-Корсаков), «Салауат Юлаев», «Шәүрә», «Ҡаһым-түрә», «Аҡмулла», «Урал илселәре» (З.Исмәғилов), «Ай тотолған төндә» һәм «Мemento» (С.Низаметдинов), «Ябалаҡ» (И.Штраус) һәм башҡалар. Эльвира Ғәйфуллинаның концерт репертуарында вокаль-симфоник әҫәрҙәр: «Хәрби реквием» (Б.Бриттен), «Реквием» (Дж. Верди), «Stabat Mater» (Дж. Россини), «Сергей Есенин иҫтәлегенә поэма» (Г.Свиридов), «Степан Разинды язалау», Унөсөнсө симфония, «Антиформалистик раёк» (Д.Шостакович), Л.Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһы, С.Рахманиновтың хор һәм оркестр өсөн «Өс рус халыҡ йыры», «Александр Невский» һәм «Иван Грозный» (С.Прокофьев), «Грек Зорба» (М.Теодоракис), «Carmina Burana» (К.Орф) һәм башҡалар. 2007 йылдың декабрендә Э.Ғәйфуллинаны Өфө ҡалаһының «Мираҫ» муниципаль фольклор йыр һәм бейеү ансамбленың баш хормейстеры итеп тәғәйенләйҙәр. Театр труппаһы менән бергә гастролдәргә Төркиәгә (1999), Египетҡа (2003), Португалияға (2006), Таиландҡа (2006, 2008) бара. 2003 йылда Төркиәнең берләштерелгән театрҙары дирекцияһы саҡырыуы буйынса Анкара опера һәм балет театрында, 2006—2008 йылдарҙа — Екатеринбург опера һәм балет театры сәхнәһендә эшләй. Э.Ғәйфуллина етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә хор бенефисы һәм хор музыкаһы концерттары үтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994)
- Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире Эдуард Зөфәр улы Ғәйфуллин — театрҙың фагот төркөмө концертмейстеры, улдары Рәмил (1970 йылғы) — Эске эштәр министрлығының Шәхси именлек идаралығының бүлек башлығы, Тимур (1979 йылғы) — «Дельрус» компанияһында экономика һәм маркетинг буйынса белгес, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хор концертмейстеры. Ейәндәре Морат, Булат, Самат һәм ейәнсәре Софья.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot . Дата обращения: 26 апрель 2013. Архивировано 1 май 2013 года. 2015 йыл 18 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2019)
- http://www.bashopera.ru/person.7.html 2013 йыл 3 июнь архивланған.
- http://nailtimler.com/people_page/people_04g/gayfullina_elvira_hayretdinovna.html(недоступная ссылка)
- http://www.uralopera.ru/showperson.php?id=131 2016 йыл 1 ноябрь архивланған.