Ғәлиев
Уҡыу көйләүҙәре
Ғәлиев — башҡорт һәм татар фамилияһы. Ғәрәп теленән алынған, тәржемәлә бөйөк, оло, юғары тигәнде аңлата.
- Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы (1940) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992). РФА-һы космос тикшеренеүҙәре институтының Почётлы директоры.
- Ғәлиев Венер Зәйнулла улы (1975) — һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы.
- Ғәлиев Вил Барый улы (1932)— инженер-механик, техник фәндәре докторы.
- Ғәлиев Ғабдрахман Ғәли улы, Муса Ғәли (1923—2004) — башҡорт яҙыусыһы.
- Ғәлиев Ғатаулла Фәсхетдин улы (1861—1939), шағир-импровизатор, сәсән.
- Ғәлиев Ғәлиб Барый улы (1947) — инженер, физика-математика фәндәре докторы.
- Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (1905—1964) — совет хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, генерал-майор.
- Ғәлиев Миҙхәт Ғәббәс улы (1925—2002) — йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- Ғәлиев Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы (1934—2012) — хужалыҡ эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
- Ғәлиев Наил (1928—2005) — баянсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- Ғәлиев Фирҙәт Ғәзиз улы (1965) — актёр, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).
- Ғәлиева Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы (1955) — башҡорт шағиры, журналист һәм тәржемәсе.
- Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
- Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы (1962) — фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2007), тарих фәндәре кандидаты (1997) доцент (2010).
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |