Ғәлиев Фирҙәт Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фирҙәт Ғәзиз улы Ғәлиев
Тыуған көнө

3 ғинуар 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны

Яҡшымбәт, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

актёр

Наградалары һәм премиялары
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Ғәлиев Фирҙәт Ғәзиз улы (3 ғинуар 1965 йыл) — театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. 2004 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының «Даирә» ижади берекмәһе комментаторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фирҙәт Ғәзиз улы Ғәлиев 1965 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Яҡшымбәт ауылында тыуған.

1982 йылда унынсы синыфты тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Башлап актёр һөнәренә һөйөү уятыусы, тәүге оҫталыҡ дәрестәре биреүсе уҡытыусыһы, курс етәксеһе Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова була.

Икенсе курсты тамамлауға хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ярты йыл Мәскәү өлкәһендә, йыл ярым Белоруссияла ил алдындағы бурысын үтәй.

Ҡайтҡас, уҡыуын Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев курсында дауам итә. Бейеүҙән дәрестәрҙе Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина класында ала. Сәхнә теленән дәрестәрҙе Илшат Хәлил улы Йомағолов, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова уҡыта.

«Уңыштың башында иң тәүҙә остаздар тора. Үҙ эшен белгән иҫ киткес күркәм шәхестәр, аҡыллы педагогтар Фәрдүнә Ҡасимова, Илшат Йомағолов, Тамара Хоҙайбирҙина, Ғабдулла Ғиләжев, Гөлли Мөбәрәкова, Фәтих Иҡсанов һәм башҡалар үҙ ҡанаттары аҫтына алып, сәхнәгә сығарҙы, аяҡҡа баҫтырҙы»-тип оло хөрмәт һаҡлай күңелендә Фирҙәт Ғәзиз улы уҡытыусылары тураһында.

Хеҙмәт юлын 1989 йылдың 1 сентябрендә Милли йәштәр театрында башлай. Йәш тамашасылар театры асылыу уңайы менән ҡуйылған «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маян­һылыу» спектаклендә Ҡуҙыйкүрпәс булып сығыш яһай.

Күп тә үтмәй талантлы актёрға спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Театрҙағы тәүге эше «Иҙеүкәй менән Мораҙым» (Мөхәмәтша Буранғолов) спектаклендә Ҡадирбирҙе Шахзада роле була.

Милли Йәштәр театры сәхнәһендә ун йыл эшләү дәүерендә тамашасылар күңеленә хуш килерлек, иҫтә ҡалырлыҡ бик күп сағыу образдар тыуҙыра.

Мостай Кәримдең «Салауат, «Өн аралаш ете төш» спектаклендә Байыш тархандың ролен башҡара. Тап ошо роль өсөн 1997 йылда Шәйехзада Бабич премияһына лайыҡ була.

Аҙаҡ, Башҡорт дәүләт академия драма театрына күскәс, ошо уҡ спектаклдә (Илдар Ғиләжев ҡуя) Байыш тархандың улы Илеште уйнай.

Флорид Бүләковтың "Мөхәббәт реестры"нда Үлем фәрештәһе роле өсөн халыҡ-ара фестивалдә махсус призға лайыҡ була.

1998 йылдан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһына диктор булып эшкә килә.

2000 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2001 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡыралар.

2004 йылдан — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы «Даирә» ижади берекмәһе комментаторы.

Бер үк ваҡытта уҡы­тыу­сыһы Ғабдулла Ғиләжев саҡырыуы буйынса сәнғәт институтында дәрестәр алып бара.

Сәхнә теле буйынса курста Гөлдәр Ишҡыуатова, Гөлшат Ғайсина, Фирүзә Аллаярова, Ишбулат Иҫәнбаев белем ала.

Фирҙәт Ғәзиз улынан һүҙ, тел ҡәҙерен белергә өйрәнә. Дикция өҫтөндә эшләү, тауыш ҡуйыу серҙәренә төшөнә.

Башҡарған ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мөхәмәтша Буранғоловтың «Иҙеүкәй менән Мораҙым» спектаклендә — Ҡадирбирҙе Шахзада.
  • Т. Ғ. Миңнуллиндың «Ауыл эте Аҡбай», «Аҡбай ниңә күңелһеҙ?» музыкаль комедияһында — Аҡбай.
  • «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» спектаклендә — Ҡуҙыйкүрпәс.
  • Илшат Йомағоловтың «Буш сәңгелдәк» комедияһында — Тимер.
  • Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектаклендә — Байыш тархан.
  • С. Р. Суринаның «Алтын балта»һында — Ярымтыҡ.
  • Т. Ғ. Миңнуллиндың «Ен алыштырған» спектаклендә — Ен.
  • Ф. Бүләков «Мөхәббәт реестры»нда — Үлем фәрештәһе.
  • И. Х. Йомағолов пьесаһы буйынса «Нәркәс» спектаклендә — Йәноҙаҡ.
  • Р. Солтангәрәеваның «Аҡбуҙатҡа атлан, башҡортом!» тамашаһында — Аллаһы Тәғәлә
  • Жорж Р. Шарттың «Минең ҡатынымдың исеме Морис»ында — Жорж

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актёр, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы программаларын алып барыусы диктор, төрлө саралар­ҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, тележурналист.

Дәүләт концерттары менән Төркиәлә, Ке­мерово өлкәһендә сығыш яһай, фильм­дар­ҙа уйнай, тапшырыуҙарҙа ҡатнаша.

Телевидениелағы тәүге сығышы 1983 йылда балалар өсөн була. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ҡатыны Сөйөмбикә апай тапшырыуҙарында әкиәттәр уҡый. Фирҙәт Ғәзиз улын ошо тапшырыуҙа әкиәттә уйнарға саҡыра.

Актёр сағыу әкиәт персонаждары образдарын тыуҙыра: Аҡбай («Ауыл эте Аҡбай», «Аҡбай ниңә күңелһеҙ?»; икеһе лә — Т.Ғ.Миңнуллин); Ярымтыҡ («Алтын балта», С. Р. Сурина; бөтәһе лә — Милли Йәштәр театрында).

Тыр-тыр ролен Гөлназ Ҡолһарина тыуҙыра. Тәүге ниәт буйынса ул бер тапҡыр уйнала торған герой була.

Был — һәр нәмәгә өлгөрә, ҡыҫыла торған һәм үҙ фекере булған эскерһеҙ герой балаларҙың күңеленә хуш килә.

Һөҙөмтәһендә, Фирҙәт Ғәзиз улы «Сәңгелдәк» тапшырыуында 17 йыл буйы Тыр-тыр роле менән кескәйҙәргә тыныс йоҡо теләй.

Телефильмдәрҙә ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Журналист («Мадам Баттерфляй», 1991).
  • Тыр-тыр («Тубырса һәм Сыралыҡай». 2000).
  • Зәки Вәлиди («Янсыҡ». 2002) һәм башҡалар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]