Эстәлеккә күсергә

Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 сентябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (81 йәш)
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө астрофизик
Эшмәкәрлек төрө плазма физикаһы[d] һәм астрофизика[d]
Эш урыны РФА СБ Йәҙрә физикаһы институты[d]
Институт космических исследований РАН[d]
Уҡыу йорто Мәскәү энергетика институты
Новосибирск дәүләт университеты
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d] һәм РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Кемдә уҡыған Сәғҙиев Роальд Зиннур улы
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Европа академияһы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы (19 октябрь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992). РФА-һы космос тикшеренеүҙәре институтының Почётлы директоры.

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — плазма физикаһы һәм йыһан физикаһы. 1975 йылдан һуң баҫылған 5000-дән ашыу эшенә һылтанмалар бар. Хирша Индексы — 36[3].

Альберт Әбүбәкер улы Ғәлиев 1940 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1957 йылда Мәскәү энергетика институтының радиотехника факультетына уҡырға инә. МЭИ-ла уҡыған саҡта самбо көрәше менән мауыға, хатта Мәскәү чемпионы була. Әммә 1961 йылда Новосибирск дәүләт университетына күсә. Университетта уҡыу менән бер рәттән СССР ФА-ның Йәҙрә физикаһы институтында эшләп йөрөй. 1963 йылда уҡыуын тамамлай (НДУ-ның беренсе сығарылышы).

1971 йылдан алып Мәскәү физика-техник институтының йыһан физикаһы кафедраһында уҡыта.

1973 йылда СССР РФА-һы Йыһан тикшеренеүҙәр институтының йыһан плазмаһы физикаһы кафедраһын етәкләй.

1988 йылдан — РФА-һы Йыһан тикшеренеүҙәр институты директоры.

Әлеге ваҡытта — РФА-һы Йыһан тикшеренеүҙәр институтының Почетлы директоры.

1987 йылда — СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 1992 йылда академигы итеп һайлана. Ҡояш системаһы физика буйынса Ғилми советы рәйесе.

Макс Планк Йәмғиәтенең, Европа академияһы һәм Халыҡ-ара астронавтика академияһының сит ил ағзаһы, К. Э. Циолковский исемендәге Космонавтика академияһы ағзаһы.

Фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Ә. Ғәлиев плазмала тулҡындарҙың көсһөҙ тәьҫир итешеүе теорияһы өҫтөндә эшләй. Әлеге теория көсһөҙ плазма турбулентлығы теорияһының нигеҙҙәренең береһе була. Р. З. Сәғҙиев менән берлектә токамактарҙа неоклассик күсереү теорияһын эшләй.

Йыһан плазмаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Альфвен феномены теорияһын үҫтерә. Альфвен тулҡындары ярҙамында корональ тишектәрҙән ҡояш еленең тиҙләтеүен аңлатҡан теория тәҡдим итә.

1979 йылда магнит тоҡанып китеүе аккрецион дискыларында ашырыла тигән һығымтаға килә. Р. Рознер һәм Дж. Вайан менән берлектә ҡара упҡын тирәләй аккрецион дискы тажы магнит-плазма элмәктәрҙән тора, тип дәлилләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зиновьев А. Л. Жизнь замечательных людей РТФ МЭИ. Изд. МЭИ. Москва, 2005. ISBN 5-7046-1263-6.