Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин битенән йүнәлтелде)
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

12 июнь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы

Үлгән

15 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (59 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Коллективтар

«Йәдкәр»;
Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12 июнь 1950 йыл — 15 ноябрь 2009 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).

«Йәдкәр» ансамбле артистары Белоретта. Уңдан икенсе Ғәли Хәмзин

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин 1950 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған.

Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусы конкурсын башҡарыусыларҙың беренсе лауреаты (1985)[1], Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға үткәрелгән йәш башҡарыусылар конкурсы лауреаты. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале дипломаты.

1981 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле вокал йырсыһы була, артабан 25 йыл «Йәдкәр» фольклор төркөмөнә етәкселек итә.

Сермән урта мәктәбен тамамлағас, Белоретта профтехучилищела уҡый. Армия сафтарында хеҙмәттә була. Әрменән ҡайтҡас, Белоретта машина йөрөтөүсе булып эшләй. Артабан уны колхоздың комсомол ойошмаһы сәркәтибе итеп һайлап ҡуялар.

Сәнғәт иниститутына гәзит биттәренән иғлан уҡығас, барып ҡарарға йөрьәт итә.[2].

Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм башҡарыу оҫталығы өсөн Ғәли Хамзинға 1997 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде[2].

Йырсы 2009 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә вафат була.[1]).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2013 йылдан Белорет районында Ғәли Хәмзин исемендәге вокалсылар конкурсы үткәрелә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. 272 с. — С. 265—268.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]