Ғәниев Фуат Әшрәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәниев Фуат Әшрәф улы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-cyrl" does not exist.
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Салауат районы
Рәсәй, Салауат районы, Нәсибаш ауылы
Вафат булыу көнө 28 февраль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Ҡазан ҡалаһы
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө филология
Эш биреүсе Ҡазан университеты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
медаль «За трудовую доблесть» Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Уҡыу йорто Ҡазан университеты[d]
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Фуат Әшрәф улы Ғәниев (1 август, 1930 йыл, Салауат районы, Нәсибаш ауылы − 28 февраль, 2016 йыл) — Рәсәй татар филолог-ғалимы, филология фәндәре докторы, Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Татарстан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ы Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған.

1954 йылда Ҡаҙан дәүләт университетын отличие менән тамамлаған.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, урта мәктәп директоры, Татар китап нәшриәте мөхәррире булып эшләй.

1958 йылдан 1992 йылға саҡлы — Ҡазан дәүләт университетында татар телен уҡыта.

1962 йылда — Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты ҡарамағындағы аспирантураны тамамлай һәм үҙенең бөтә ғилми эшмәкәрлеген ошо институт диуарында дауам итә.

1963 йылда — «Татар фигыйлләренең вид характеристикаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1977 йылда «Татар әҙәби телендә суффиксаль һүҙ яһалыш» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Татар телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларын өйрәнеүгә, татар орфографияһы мәсьәләләрен тикшереүгә, татар яҙмаһын камиллаштырыуға ҙур өлөш индергән.

300-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән 18 монография авторы.

Өс томлы татар теле академик грамматикаһынның ғилми мөхәррире һәм авторҙашы, бер томлы «Рус-татар һүҙлеге», «Татар-рус һүҙлеге», «Татар теленең өс томлы аңлатмалы һүҙлеге» кеүек {{comment|нигеҙле|капиталь}} һүҙлектәрҙең авторҙашы. 20-нән ашыу һүҙлектең етәксеһе һәм ғилми мөхәррире һәм авторҙашы.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1970)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994)
  • Дәүләт премияһы (1989)
  • Фән һәм техника өлкәһендә Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы (1994)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 270.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]