Эстәлеккә күсергә

Ғәрәп Берлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғәрәп Берлеге (ғәр. التحالف العربي‎, ингл. Arab Alliance) — ғәрәп илдәренең хәрби-сәйәси ойошмаһы,  1955—1956 йылдарҙағы Суэц кризисы алдынан Мысыр президенты Ғәмәл Әбдел Насер тәҡдиме менән   Үҙәк договор ойошмаһына  яуап итеп ойошторола[1].

1956 йылдың июленә ҡарата берлек составына тулы хоҡуҡлы ағза булып түбәндәге илдәр инә:

Берлек уға ингән илдәрҙең  Бөйөк Британия, Франция, Израиль  һәм башҡа илдәр яғынан янаған хәрби хәүефкә ҡаршы тороуҙы тәьмин итеү өсөн ойошторола.  

Берлеккә берләштерелгән   командование һәм Ғ. Ә.Насер йөҙөндә юғары  баш командующий етәкселек итә. Ҡатнашҡан илдәрҙең һәр береһе үҙенең ҡораллы көстәрен берлектең берләштерелгән командованиеһы ҡарамағына тапшыра.

Хәрби берлекте төҙөүгә әҙерлек 1954 йылда Мысырҙа башлана[2].  «Ғәрәп Берлеге» һүҙбәйләнеше (барлыҡҡа килгән  ойошманың атамаһы булараҡ) Мысыр хөкүмәтенең үҙәк матбуғаты биттәрендә  1954 йылдан күренә башлай (атап әйткәндә, уны үҙенең өндәмәһендә милли ориентация  министры Сәләх Сәлем) ҡуллана[3].

Берлектең йәҙрәһен Мысыр менән Сүриә тәшкил итә, улар Сәғүд Ғәрәбстаны менән хәрби берлекте  1955 йылдың аҙағында төҙөй. Шунда уҡ Йәмәндең дә ыңғай ҡарашы беленә. Иордания, был дәүләттәрҙең союздашы статусында икәнлеген белдерһә лә, хәрби йәһәттән  нейтраллек биләй һәм уны хәрби берлеккә  1956 йылдың июлендә генә йәлеп итә алалар[4].

Асылда, хәрби ойошма булараҡ,  Берлек ул замандағы ваҡиғаларҙа хәл иткес роль уйнамай, һәм,  тарҡатыу тураһында формаль ҡарар булмаһа ла, йәшәүҙән туҡтай.  

  1. Jankowski, James P. Nasser’s Egypt, Arab Nationalism, and the United Arab Republic. — Boulder and London: Lynne Rienner Publishers, 2002. — P. 82 — 235 p. — ISBN 1-58826-034-8.
  2. Walt, Stephen M. The Origins of Alliance. — Ithaca and London: Cornell University Press, 1987. — P. 80 — 321 p. — (Cornell Studies in Security Affairs) — ISBN 0-8014-9418-4.
  3. Meyer, Gail E. Egypt and the United States: The Formative Years. — Rutherford: Fairleigh Dickinson University Press, 1980. — P. 127—230 p. — ISBN 0-8386-2018-3.
  4. Jordan: Arab Alliance. // Military Review. — July 1956. — Vol. 36 — No. 4 — P. 70.