Эстәлеккә күсергә

Ғәрәп теленең хөрәсән диалекты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәрәп теленең хөрәсән диалекты
Рәсем

Ғәрәп теленең хөрәсән диалекты ( рус. Хорасанский диалект арабского языкаингл. Khorasan Arabic, фарс. زبان عربی خراساني) — ғәрәп теленең Урта Азияла таралған диалекттарының береһе, Хөрәсәндә йәшәгән ғәрәптәрҙең ғәрәптәр араһында таралған.

Иранды баҫып алыу осоронда ғәрәптәр Хөрәсән, Афғанстан һәм Урта Азия ерҙәренә 250 мең самаһы күсеп ултырған. Айырым йәмәғәт булып йәшәгәндәренән башҡалары, улар урындағы халыҡ тарафынан ассимиляцияланған, йотолған[1].Хөрәсән ғәрәптәренең күбеһе ултыраҡ тормош алып бара[2], урындағы халыҡ менән ҡатнашмаған тиерлек[3].Хәҙерге ваҡытта хөрәсән диалектында һөйләшкән 5-10 меңгә яҡын ғәрәп Ирандың көнсығышында Хөрәсән төбәгендә,Афғанстан һәм Төркмәнстан сиге буйлап бер нисә ауылда йәшәй[4].

Хөрәсән диалекты Иранда йәшәгән ғәрәптәр һөйләшенән бөтөнләй айырыла һәм Үзбәкстан диалекттарына яҡын, әммә, төрки телдәрҙең йоғонтоһона дусар булған Үзбәкстан һөйләштәренән айырмалы рәүештә, хөрәсән диалектына фарсы теле ҙур йоғонто яһаған. Фонетика үҙгәреш кисерә: баҫым юҡҡа сыға, сибилянттар теш араһы тартынҡыһына әүерелә (ism → iṯim, ṯūf → ṣūf, bayḍ → bēḏ), /q/ һәм /k/ өндәре алғы рәт һуҙынҡылары алдынан /j/ һәм /č/ өндәре менән алмаштырыла башлай. Бындай үҙгәрештәр бәҙүән диалекттарында күҙәтелә, ләкин Үзбәкстан диалекттарында - юҡ. Хөрәсән диалектында Әл (al) артикле менән бер рәттән Фәл (fal) билдәһеҙлек артикле бар, һәм улар икеһе лә үҙе артынан килгән тартынҡы өндәрҙе ассимиляциялай, улар түбәндәгесә яңғырай башлай: aḥ-ḥurme (Ҡатын), fab-bājir (һыйыр)[4].

  1. Gernot Windfuhr. Iranian Languages. — Routledge, 2013. — P. 419. — 960 p. — (Routledge Language Family Series). — ISBN 9781135797041.
  2. Национально-колониальные проблемы. Выпуски 33—37. — Гос. социально-экономическое изд-во, 1936.
  3. С. Г. Гореликов. Иран. — Гос. изд-во геогр. лит-ры, 1961. — С. 132—133. — 351 с.
  4. 4,0 4,1 Kees Versteegh. The Arabic Language. — Edinburgh University Press, 2014. — P. 285. — 410 p. — ISBN 9780748645282.