Эстәлеккә күсергә

Ғәшүрә (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәшүрә

Ғәшүрә — башҡорттарҙа һәм башҡа мосолман халыҡтарында таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Ғәшүрә башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Һижрә буйынса Ай календарының беренсе айы — мөхәррәм айынын унынсы көнө атамаһынан алынған. Ошо байрам көнөндә тыуған ҡыҙ балаға ҡушалар[1].

Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (15 март 1915 йыл — 3 ноябрь 2000 йыл, Сибай) - театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).

Сөлйәмәнова Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы — «Заря» агросоюзын машина менән һауыу операторы, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996).

Ғәшүрә (ғәр. عاشوراء‎‎) — Исламда айырата хөрмәтләнә торған көн, ул мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә сөннәт ураҙа тотоу менән билдәләнә, шиғыйҙарҙа мәтам көнө булараҡ билдәләнә, сөнки был көндә шиғый шәһиттәрен, иң әүәл имам Хөсәйен ибн Ғәли иҫкә алған көн.

Ашура (ғәшүрә) — албан ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләй торған пудинг. Уны ваҡланған бойҙай, шәкәр, киптерелгән еләк-емеш, ваҡланған сәтләүек һәм дәрсен кеүек ҡушылмаларҙан ураҙаның унынсы көнөндә (ғәшүрә көнөндә) эшләйҙәр.



Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ