Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Үрге Мәмбәт, Ишмырҙа ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Ғәҙелшин Шәрифйән Хәйбрахман улы (1921 йыл — 20 август 2012 йыл) — педагог, дәүләт эшмәкәре, партия һәм совет етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «Жуков миҙалы» (1995) менән бүләкләнгән[1].

Шәрифйән Хәйбрахман улы Ғәҙелшин 1921 йылда Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында тыуған.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19301934 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ярат башланғыс мәктәбендә уҡый.

1935 йыл — БАССР-ҙың Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбенең 7 сығарылыш класы уҡыусыһы.

19351939 йылдар — Темәс педагогия училищеһы. 19371940 йылдар — ВЛКСМ ағзаһы.

19391940 йылдар — БАССР-ҙың Йомағужа районы Аптраҡ ете йыллыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика һәм физкультура уҡытыусыһы.

1940 йылдың марты — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

19411945 йылдар — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942 йылда КПСС сафтарына алына.

19441945 йылдар — Фридрих Энгельс исемендәге Ленинград хәрби-сәйәси училищеһы курсанты.

1945 йылдың декабрендә демобилизациялана, хәрби дәрәжәһе — запастағы капитан.

1946 йылдың 15 ғинуары — 1947 йылдың 15 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Торф ауыл мәктәбендә тарих фәнен уҡыта. 1946 йылдың мартында өйләнә.

1947 йылдың 15 авгусы — 1948 йылдың 15 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Юлыҡ ете йыллыҡ мәктәбендә география һәм физкультура уҡытыусыһы.

1948 йылдың 15 авгусы — 1951 йылдың 1 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ярат мәктәбе мөдире.

1951 йылдың 1 авгусы — 1953 йылдың 15 ноябре — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ишмырҙа ете йыллыҡ мәктәбе директоры.

1953 йылдың 15 ноябре — 1956 йылдың 30 октябре — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Сибай МТС-ы партия бюроһы секретары.

1956 йылдың 30 октябре — 1957 йылдың 4 июне — Сибай МТС-ы зонаһы буйынса КПСС-тың Баймаҡ районы комитеты секретары.

1957 йылдың 4 июне — 1957 йылдың 25 ноябре — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Сибай совхозы партия комитеты секретары.

1957 йылдың 25 ноябре — 1963 йылдың 1 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Темәс мәктәп-интернаты директоры.

1963 йылдың 1 авгусы — 1968 йылдың 15 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Аҡморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры.

1968 йылдың 6 майы — 1969 йылдың 15 авгусы — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Аҡморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.

1969 йылдың 15 авгусы — 1977 йылдың 27 октябре — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ҡаратал һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры.

1977 йылдың 27 октябре — 1981 йыл — Йылайыр ауыл хужалығы техникумының тарих преподавателе.

19811995 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумының Ветерандар советы рәйесе.

2012 йылдың 20 авгусында вафат була[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1956)
  • Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыусы миҙалы (ВСХВ) (1957)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 20 йыл» юбилей миҙалы (1966)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» (1975)
  • «СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл» (1978) юбилей миҙалы
  • «Жуков миҙалы» дәүләт наградаһы (1995)[4][5].
  • Л. А. Медведева. Оставил яркий след на земле.
  • Сайт социально-патриотической акции Уральского федерального округа. Информация о Гадельшине Ш. Х.