Эстәлеккә күсергә

Сосновка (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаратал битенән йүнәлтелде)
Сосновка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Йылайыр ауыл советы һәм Баймаҡ районы
Халыҡ һаны 530 кеше (2002)[1],
539 кеше (2009)[1],
407 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453654
Карта

Сосновка (рус. Сосновка) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 539 кеше[3]. Почта индексы — 453654, ОКАТО коды — 80206813006.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Сосновка ауылы йылъяҙмаһынан Сосновка йылғаһының башҡортса атамаһы Ҡарағайлы үҙәк булыуы билдәле. «Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түңгәүер улусының аҫаба башҡорттарының улустың Савельевка, Әҙеһәмов, Алексеевка, Сосновка һәм Яңы Кура дөйөм хужалыҡ итеү участкаһына ҡарата планында …» (1887 г.) Сосновка йылғаһы «Ҡарағай-Йылға» булараҡ билдәләнгән[4].

Тигеҙлектә урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 62 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 33 км

Ауыл эргәһенән Сибай-Аҡъяр маршруты буйынса юл үтә[4].

1916 йылда Әбдрәхмән ауылы халҡынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә барлыҡҡа килгән[5]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1929 йылда БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Йылайыр игенселек совхозының Сосновка бүлексәһе булараҡ Ҡарағай туғай башҡорт утары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тәүге тапҡыр тораҡ пунктының атамаһы 1929 йылда Башҡорт республикаһының Йылайыр кантоны Хәйбулла улусы Вәлит ауылынан Фәхретдин Ғөбайҙуллин күсеүе менән бәйле телгә алына[4].

Ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 145
1959 йыл 15 ғинуар 341
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 527
2002 йыл 9 октябрь 530
2010 йыл 14 октябрь 407 190 217 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса бөрйән ырыуы башҡорттар (96 %) йәшәй[7].

— Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәдис ҡыҙы Раҡаева
— Ауыл старостаһы Илдар Хәләф улы Ғөбәйҙуллин
— КФХ етәксеһе Айрат Алик улы Шәрәфетдинов
— Башланғыс кластары мәктәбе мөдире Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллинауҡытыусыһы
— «Ләйсән» балалар баҡсаһы мөдире Дильбәр Нәбиулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина
— Китапхана («Баймаҡ ауыл-ара китапханалар үҙәге» филиалы) мөдире Зилә Хәлил ҡыҙы Намаҙҡаева
— Ауыл мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире Фәниә Нурғәли ҡыҙы Түләбаева
— Элемтә бәйләнеше бүлексәһе мөдире Ғәлиә Ринат ҡыҙы Ишбулдина
— Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гөлдәр Хәләф ҡыҙы Ғөбәйҙуллина
— Мәсеттең имам-хатыбы Ильдар Хәләф улы Ғөбәйҙуллин[4]

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Яхин Риза Хәжиәхмәт улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976)[8], Ленин ордены (1971, 1976), Октябрь революцияһы (1973), «Серп и молот» алтын миҙалы (1976) кавалеры, Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (1979), Х саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты (1980), Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ раййонының Почетлы гражданы (1996);
  • Әхмәтйәнов Ғәлийән Сабирйән улы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2008);
  • Ғайсин Миңлеғәли Зәйнулла улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1987), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976), IX саҡырылыш БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1975);
  • Ғәлиуллина Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы;
  • Дуранин Петр Кириллович — Ленин ордены кавалеры (1935);
  • Иванов Петр Иванович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1935);
  • Исмәғилев Хәйҙәр Әхәт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры;
  • Ҡаһарманова Зәлифә Хәйривара ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1994);
  • Ҡаһарманова Римма Рәсүл ҡыҙы — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры;
  • Ҡарамырҙин Исламморат Зөлҡәрнәй улы — Коммунистик хеҙмәте ударнигы;
  • Кәримова Фәниә Талха ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2008);
  • Комаров Гаврил Гаврилович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
  • Комаров Кузьма Гаврилович — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
  • Мәхмүтова Алһыу Ғүмәр ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2008);
  • Муллагилдин Йомабай Әбделғәни улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981);
  • Радионов Михаил Семенович — Ленин (1972) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры;
  • Рәхмәтуллин Мөхәммәт Сәғит улы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры;
  • Рахматуллин Сагит Галиахметович — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976);
  • Родионов Василий Семенович — Ленин ордены кавалеры (1967);
  • Сырлыбаев Рафаэль Рим улы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2006) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2008);
  • Теүәлбаев Зиннур Шәйәхмәт улы — Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры;
  • Утарбаева (Әминева) Зөбәржәт Рәфҡәт ҡыҙы — «Тюркские языки. Филология. Языки и литература народов России» Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының аҙаҡҡы этабы еңеүсеһе (Горно-Алтайск, 2009), һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының Гранты эйәһе (2010), БДУ аспиранттары араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендианты (2011), «Школа сказительства в юго-восточной части Башкортостана» монографияһы авторҙашы (Өфө, 2010), билдәле үҙешмәкәр дизайнер;
  • Хущамова (Алибекова) Римма Абдулла ҡыҙы — Саха (Якутия) Республикаһында «Яҡташ» Башҡорт мәҙәни үҙәгенең рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Лена йылға бассейнындағы хәрби бәйләнештәр идаралығы бүлегенең начальнигы (Якутск ҡалаһы);
  • Яхин Рәшит Риза улы — Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1987)[4].
  • Парк урамы (рус.  Парковая улица
  • Р. Яхин урамы (рус. Р. Яхина улица)
  • Дала урамы (рус.  Степная улица )
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Х. Дәүләтшина урамы (рус.  Х. Давлетшиной улица)

[9]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.