Эстәлеккә күсергә

Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Аҙау, Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы), Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 июнь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (86 йәш)
Һөнәр төрө дирижёр

Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (2.01.1936-10.06.2022) — хор дирижёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйтүнә Хатип ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1936 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Аҙау ауылында тыуған.

1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1966 йылда Гнесиндар исемендәге музыкаль-пед.агогия институтының Өфө уҡыу-консультация пунктында, икеһе лә — М. П. Фоменков класында шөғөлләнә.

1961—1969 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 2-се педагогия училищеһы преподавателе,

1970—1979 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.

1969—1970 һәм 1979-19 йылдарҙа Башҡортостан хор капеллаһының хормейстеры.

1961—1991 йылдарҙа Башҡортостан Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе,

1985—1991 йылдарҙа БССР Музыкаль йәмғиәте идараһының рәйес урынбаҫары.

Ғөбәйҙуллина етәкләгән ижади коллективтар Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1969),

Ҡазанда үткән Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн музыка аҙналығында (1977),

Өфөлә уҙған Республика йыр, музыка һәм бейеү байрамында (1983) ҡатнаша, СССР буйлап гастролдәрҙә була. Коллективтар репертуарында ватан һәм сит ил композиторҙарының хор әҫәрҙәре.

Бөтә Рәсәй музыкаль коллективтар смотры (Өфө, 1974) лауреаты исемен яулаған Музыка йәмғиәтенең балалар хорын (1961), Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт хорын һәм вокаль ансамблен (1975) ойоштороусы.

Уҡыусылары араһында Н. Н. Иҡсанова[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975)[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]