Ҡабырға
Ҡабырға | |
Кеше ҡабырғалары | |
Ҡабырға | |
Латинса исеме |
costa,ae f. |
---|
Ҡабырға (лат. costa,ae f., рус. ребро) — дуға һымаҡ яҫы ҡушарлы һөйәк. Ҡабырға һөйәктәре умыртҡа менән күкрәк һөйәген тоташтырып, күкрәк ситлеген төҙөй.
Ҡалынлыҡтары 5 миллиметрҙан үтмәй тиерлек.
Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡабырға өс өлөштән тора:
- артҡы осо ҡабырғаның башынан (caput costae), муйынтыҡтан (collum costae), буй һырттан (crista colli costae) һәм түмһәләктән ғибәрәт (tuberculum costae);
- ҡабырғаның тәне (corpus costae);
- кимерсәккә күсеүсе алғы ос (cartilago costalis).
Ҡабырға тышҡы яҡтан ҡабарынҡы, эске яҡтан батынҡы була.
Ҡабырғаның өҫкө ҡыры түңәрәкләнеп тора. Ә аҫҡы ҡыры ҡыҫынҡы була.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешенең һөлдәһендә 12 ҡушарлы (пар) ҡабырға бар. Күкрәк ситлеге 37 дана һөйәктән төҙөлгән. 12 күкрәк умыртҡаһынан, 12 ҡушарлы ҡабырға һөйәгенән һәм күкрәк һөйәгенән.
Һәр бер күкрәк умыртҡаһының ике яғынан артҡы остары (һөйәк башы) менән берәр ҡабырға тоташҡан.
Ҡабырғалар, күкрәк умыртҡаларының төп һөйәгендәге соҡорҙар эсендә боролоп, үҙҙәренең торошон үҙгәртә, бер аҙ күтәрелә һәм түбәнәйә алалар.
Өҫкө 10 ҡуш ҡабырға, һығылмалы тығыҙ кимерсәктәр ярҙамында, алғы остары менән яҫы күкрәк һөйәгенә тоташа. Ҡабырғаларҙың ике түбәнге пары ҡалғандарынан ҡыҫҡараҡ була һәм күкрәк һөйәге менән тоташмай.
Күкрәк умыртҡалары, ҡабырғалар һәм күкрәк һөйәге күкрәк ситлеген төҙөй. Ҡабырғалар араһында урынлашҡан мускулдар менән бергә күкрәк ситлеге күкрәк ҡыуышлығын өҫтән, алдан, ян яҡтарҙан һәм арттан сикләп тора.
Функциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һаҡлағыс функция: ҡабырғалар күкрәк ситлеген төҙөп, йөрәкте, үпкәләрҙе, эре ҡан тамырҙарын йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай.
- Каркас функцияһы: күкрәк ситлеге эсендәге ағзаларҙы тейешле урында, тейешле торошта беркетеп тота.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
- Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
- Ребра
Был анатомия тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |